18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

"Аждаһа эҙенән" - еңеү яуланы

04:15 13.03.2024 16+
"Аждаһа эҙенән" - еңеү яуланы

Яҙыусы Иҙрис Ноғманов Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "КИТАП" нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан "Аждаһа эҙенән" исемле балаларға тәғәйенләнгән китабы өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ижад итеүселәргә тапшырылған Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Башҡортостан Республикаһының дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Авторыбыҙҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы әҫәрҙәре менән китап уҡыусыларҙы һөйөндөрөп тороуын теләйбеҙ.

Мажаралы, мауыҡтырғыс баҫмала яҙыусының китапҡа исем биргән повесы һәм тәбиғәттең, әйләнә-тирәләге бар тереклектең һәр һулышын тойоп, уның мөғжизәле йәшәйешен сағылдырған һунарсы яҙмалары тупланған.

https://www.ozon.ru/product/po-sledam-drakona-3119928..

303

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
Рекламный баннер 300x100px right1
Рекламный баннер 300x100px right2
Рекламный баннер 300x100px right3
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock