18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

Әхмәтҡужина Гөлшат - журналист, шағир һәм драматург

08:27 05.03.2021 16+
Әхмәтҡужина Гөлшат - журналист, шағир һәм драматург

Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы Әхмәтҡужина Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Юлдаш ауылында 1951 йылдың 28 февралендә тыуған.

Урта белем алғандан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм уны 1975 йылда уңышлы тамамлай.


Оҙаҡ йылдар «Совет Башҡортостаны» республика гәзите редакцияһында бүлек мөдире булып эшләй. Үҙен һәләтле журналист һәм публицист итеп таныта.

Әҙәбиәткә ХХ быуаттың 80-се йылдарында килә. Фәһемле һәм хисле шиғырҙары, эстәлекле проза әҫәрҙәре, тәрән фекерле драма әҫәрҙәре менән танлыу яулай. Авторҙың лирик геройҙары эскерһеҙ һәм хискә бай булып күҙаллана. Әҫәрҙәре изге күңелле, бай ваҡиғалар менән һуғарылған, көслө рухлы һәм кешелекле шәхестәрҙе данлай, башҡаларҙы ла улар кеүек булырға өндәй.

«Юғалған хазина» (1987) китабы балаларға арнала. Унда автор үҫмерҙәрҙең бай һәм ҡыҙыҡлы донъяһын, бала саҡтағы дуҫлыҡ хистәрен һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын үҙенсәлекле образдар аша асып бирә.

1989 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәәби премияһы лауреаты (2006).

Гөлшат Әхәмәтҡужина — утыҙҙан ашыу пьеса авторы. 2009 йылда «Әсе балан тәме» пьесаһы Башҡортостан Республикаһы кимәлендәге драма әҫәрҙәре конкурсында икенсе урын яулай.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры уның пьесалары буйынса бик күп спектаклдәр ҡуя.7:09
3598

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
Рекламный баннер 300x100px right1
Рекламный баннер 300x100px right2
Рекламный баннер 300x100px right3
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock