18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

"ХИКМӘТЛЕ ХАТ"

02:17 18.01.2024 16+
"ХИКМӘТЛЕ ХАТ"

Әҡлимә САФИНА

"Ситтәрәк ун алтыһы менән барған Сабира уңайһыҙланғандай ғына уларҙы күҙәтә. Миңғәле ҡыҙға төбәлде, ул быны тойоп, оялсан ғына оҙон керпектәрен күтәрҙе. Ҡыҫҡа ғына мәлдә ике йәш йөрәк бер-береһенә әйтелмәгән саф һөйөү хистәрен тойҙо. Был минутта улар бер кемде лә күрмәне лә, ишетмәне лә. Икеһенең араһында бер сажиндай ара. "Бөтә булған ғөрөф-ғәҙәтте онот та, әйҙә ал ҡосағыңа, үҙеңә талпынған, һине генә һөйгән, таш яуһа ла, һине генә көтөр һылыу күрше ҡыҙҙы", - тип талап итә эске тауыш. Икенсе тауыш: "Бәлки, ул мине яратмайҙыр ҙа", - ти. Миңғәле Сабиранан, ҡыҙ егеттән күҙен ала алмай. Ҡыҙ күкрәгенән атылып сығырҙай булып тулаған йөрәген тыя алмай, күңеленән: "Һөйәм, тик һин быны күрмәнең. Исмаһам, эргәңдә уралған, һинең өсөн йән атҡан ҡыҙҙарҙың берәйһенә генә шаяртып булһа ла "яратам", тип әйтмәнең. Беҙҙең беребеҙҙе лә мәрәкәләп ҡосаҡлағаның да булманы. Ишетәһеңме, Миңғәле, һинән башҡа миңә берәү ҙә кәрәкмәй", - ти. Ә егеттең бар булмышы үҙҙәрен оҙатып арбаға йәбешеп килгән бар ҡыҙҙар араһында тик Сабираға ғына талпына: "Нишләп әле мин һине бөгөнгәсә күрмәгәнмен, күршемдә генә йөрөгәнһең? Әллә үҫеп етмәгән, себеш, тип уйланыммы? Сабираҡайым, сибәркәйнм, мине көт", - тип күңеленән генә уға өндәшә..."

https://www.wildberries.ru/catalog/173568497/detail.a..

485

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
Рекламный баннер 300x100px right1
Рекламный баннер 300x100px right2
Рекламный баннер 300x100px right3
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock