ХӘЙЕРЛЕ КӨН!
Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн,
Хәйерле көн, дуҫтар, туғандар!
Хәйерле көн һеҙгә, донъя йөгөн
Йөкләп барған ирҙәр, уландар!
Хәйерле көн һеҙгә, сос ҡатындар,
Донъя күрке – изге әсәләр!
Хәйерле көн һеҙгә, эшсән ҡыҙҙар,
Ер биҙәге – алһыу сәскәләр!
Хәйерле көн, күңел күҙкәйегеҙ
Көн-ҡояштай яҡты, саф булһын.
Хәйлә, мәкер, яла-ялғандарҙан
Йәнегеҙ пак, азат, шат булһын.
Хәйерле көн һеҙгә, һәр ваҡытта
Кеше булып ҡалған Кешеләр!
Һеҙҙең ҡулда барлыҡ ил яҙмышы,
Һеҙгә таянып тора Кешелек!
Хәйерле көн, имен-аманлыҡта
Гөрләп үтһен хеҙмәт йылығыҙ.
Һеҙҙең тырышлыҡтан ҡеүәт алып,
Балҡып торһон тыуған илебеҙ.
Башҡортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Абдулла ҡыҙы БИИШЕВА
1981
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "КИТАП" нәшриәтендә "Башҡортостандың күренекле шәхестәре" серияһында донъя күргән өр-яңы "Зәйнәб Биишева. Тормошо һәм ижады" ("Зайнаб Биишева, Жизнь и творчество") тип аталған китаптан. Төҙөүселәре: Зәки Әлибаев һәм Ғәлим Хисамов.
www.kitap-ufa.ru
Оставить сообщение: