18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

Туғыҙбаева Факиһа

07:25 02.01.2021


Туғыҙбаева Факиһа Һаҙый ҡыҙы (1 ғинуар 1950 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2014). 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Показать полностью...

Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева (ҡыҙ фамилияһы Нафиҡова) 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын «Башҡортостан пионеры» («Йәншишмә») гәзитендә башлай, 1979 йылда «Пионер» («Аманат») журналына күсә. 1990—2010 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире була.


Факиһа Туғыҙбаева — үҙенең лирик, фәлсәфәүи шиғырҙары, шулай уҡ поэмалары менән шиғриәт һөйөүселәрҙең мөхәббәтен күптән яулаған талантлы әҙип.

Уның «Мәк ялҡыны» тигән тәүге шиғыр китабы 1980 йылда донъя күрә. Унан һуң бер-бер артлы «Күҙ ҡараһы» (1984), «Йондоҙ асам» (1987), «Сәғәт моңо» (1991), «Фатихамды бирәм һиңә» (1994), «Минең ҡошом Һомай» (2000) шиғыр һәм поэма йыйынтыҡтары баҫылып сыға.

Шағир балалар әҙәбиәтендә лә ихлас эшләй. «Шаҡмаҡлы дәфтәр» (1981), «Яңы күлдәк» (1983) әкиәттәр һәм хикәйәләр, «Болонда уйнай сәскәләр» (1995) тигән шиғыр китаптары авторы. Факиһа Туғыҙбаеваның рус телендә «Хлеб да соль» (1989), «Камень счастья» (1998) исемле шиғыр йыйынтыҡтары бар.

1993 йылда Факиһа Туғыҙбаева «Сәғәт моңо» китабы өсөн Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премияға, ә 1995 йылда «Фатихамды бирәм һиңә» китабы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. 2014 йылдың декабрендә Факиһа Һаҙый ҡыҙына «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Китаптары :
Мәк ялҡыны (1980)
Шаҡмаҡлы дәфтәр (1981)
Яңы күлдәк (1983)
Күҙ ҡараһы (1984)
Йондоҙ асам (1987)
Хлеб да соль (рус.) (1989)
Сәғәт моңо (1991)
Фатихамды бирәм һиңә (1994)
Болонда уйнай сәскәләр (1995)
Камень счастья: Стихи. — Уфа, Китап, 1998. (рус.)
Минең ҡошом — Һомай (2000)
Алтын асҡыс — бүләккә!: Шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2004.
Ваҡыт тамғалары: Шиғырҙар. — Өфө, Китап, 2008. — 448 бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре :
Башҡортостандың халыҡ шағиры (2014)
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000)
Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1999)
Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1995)
Рәми Ғарипов исемендәге премия (1993)
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992)
3110

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
Рекламный баннер 300x100px right1
Рекламный баннер 300x100px right2
Рекламный баннер 300x100px right3
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock