18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

#Ассинскаябиблиотека

10:57 14.12.2020 16+
#ЦБСБелорецк#ДеньБашкирскогоЯзыка#Баштел2020
#башҡорттелекөнө #минбашҡортсаһөйләшәм


МИФТАХЕТДИН АКМУЛЛА
Показать полностью...
Аҡмулла (ысын исеме — Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы; — күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе. Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала.

Аҡмулла башҡорт теле үҫешендә ҙур роль уйнай, уның ижады ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәттәре үҫешенә әһәмиәтле йоғонто яһай, уның исеме төркмәндәр, ҡарағалпаҡтар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң билдәле була.

Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы 1831 йылдың 14 декабрендә Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе 12-се Башҡорт кантоны Күл-Иле-Мең улусының (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районының) Туҡһанбай ауылында хәлле ғаиләлә тыуа. Архив мәғлүмәттәре буйынса, атаһы Камалетдин Ишҡужа улы (1805—1869) һәм әсәһе Бибиөмөгөл Сәлимйән ҡыҙы (1809—?) Күл‑Иле‑Мең улусының аҫаба башҡорттары була. 1843 йылда Мифтахетдиндың ҡартатаһы — указлы имам Ишҡужа Ишбулды улы вафат булғас, уның вазифаһын өлкән улы Камалетдин башҡара башла. Ғилми әҙәбиттәге әсәһе Бибиөмөгөлдең бик иртә үлеүе (йә булмаһа икенсе иргә китеүе) һәм буласаҡ шағирҙың үҙ сиратында етем ҡалыуы тураһындағы раҫлауҙар дөрөҫ түгел, сөнки архив документтары буйынса Мифтахетдинға 19 йәш сағында әсәһе Бибиөмөгөл иҫән булған, әммә 1859 йылғы X ревизияла уның әсәһе
күрһәтелмәгән
Тыуған ауылында башланғыс белем ала, күрше Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс ауылдарына йөрөп мәҙрәсәләрендә уҡый.

1850 йылдың 1 февраленән 30 июнгә тиклем төрмәлә ултырған. Уның төрмәгә ябылыу сәбәбен әлегә аныҡ белеү мөмкин түгел. Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров фаразлауы буйынса, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда башҡорттар хәрби хеҙмәткә алынғандар, һәм рөхсәтһеҙ йәшәгән урындарын ҡалдырғандарҙы, Ырымбур сик һыҙығына хәрби хеҙмәт үтер өсөн йыйылыу пункттарына бармағандарҙы йәки һуңлағандарҙы язаға тарттырғандар һәм зинданға бикләгәндәр, бәлки Мифтахетдин Камалетдинов та бындай яҙмышҡа дусар булғандыр.

1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһенең шәкерте була, бында ул шағир һәм суфыйлыҡ тарафдары Шәмсетдин Зәкиҙән һабаҡ ала. Ситтә йөрөп, Аҡмулла мөғәллим булып көн күрә, балта оҫтаһы булып эшләй, үҙендә сәсән һәләтен аса.

1859 йылғы һуңғы X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, Мифтахетдин Камалетдинов әле атаһының ғаиләһе менән бергә Башҡортостанда йәшәгән һәм уның үҙ ғаиләһе булмаған. Р. Шәкүр яҙғанынса, тыуған ауылына ҡайтҡас ул өйләнә, әммә ҡатыны йәшләй генә вафат булып ҡала. Бәлки шуғалыр Мифтахетдин ауылында төпләнеп ҡала алмай һәм атаһының яҡшы атын алып, тыуған ауылын ташлап китә. Ошо көндән Аҡмулла мосафир тормошона күсә. Махсус йыһазланған арбаһына китап-ҡулъяҙма, яйланма ҡорамалдарын тейәп, башҡорт ауылдары буйлап ил гиҙә. Атын егеп, Ағиҙел, Яйыҡ, Уй, Мейәс йылға буйҙарын ҡыҙыра, Ҡаҙағстан далаларына ла барып етә. Яҙын-йәйен ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә күсеп, Аҡмулла мәғрифәтселек идеяларын тарата, зирәклекте, ғәҙеллекте, кешелеклелекте данлай, сәсәндәр һәм аҡындар әйтештәрендә ҡатнаша, шиғырҙарын халыҡҡа уҡый. Ул әҙәпһеҙлектән әсе көлә, властарҙың башбаштаҡлығын һәм законһыҙлығын фашлай. Һәләтле шағир-импровизатор булараҡ танылыу яулай. Бер үк ваҡытта һөнәрселек итә, балаларҙы уҡырға-яҙырға өйрәтә. Мифтахетдин Камалетдиновтың аҡыл эйәһе булараҡ формалашыуында уның Зәйнулла Рәсүлев менән дуҫлығы ҙур роль уйнай.

Ялған ялыу буйынса, батша армияһында хеҙмәт итеүҙән ҡасып йөрөүҙә ғәйепләнеп, 1867—1871 йылдарҙа Троицк ҡалаһы төрмәһендә ултыра. Тотҡонда сағында тәрән мәғәнәле әҫәрҙәренең береһе «Мәҡанем минең — зиндан» («Урыным — зиндан") шиғырын яҙа. Р. Шәкүр фаразы буйынса, яҡынса 1872 йылда Аҡмулла тыуған ауылына һуғылып Ырымбурға бара, артабан Троицк өйәҙенә юллана.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Мифтахетдин Камалетдинов Троицк өйәҙендәге (хәҙерге Башҡортостандың Учалы районындағы) Һөләймән ауылында 1892 йылда булғанда Саһира Юлдыбай ҡыҙына (?—1921) өйләнә, әммә һуңынан уның менән айырылыша.

Аҡмулла 1895 йылдың 8 октябрендәТроицк өйәҙенең Һарыҫтан ауылы янында үлтерелә. Мейәс Заводы ҡасабаһының (хәҙерге Мейәс ҡалаһының) мосолмандар зыяратында ерләнгән.
3825

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
Рекламный баннер 300x100px right1
Рекламный баннер 300x100px right2
Рекламный баннер 300x100px right3
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock