#проза #ГөлшатӘхмәтҡужина “...Павел атаһы менән ҡалайтып һүҙ башларға белмәй йонсоно: уға һаман әлеге бетеү сере тынғы бирмәй ине. Бер көн килеп барыбер яйы сыҡты. Оҙаҡ ҡына икәүҙән-икәү һуғыш хәлдәре, Франция тураһында гәпләшеп ултыра торғас, Павел атаһының күҙҙәренә тура ҡарап:
- Атай, ни өсөн һин минең муйынға мосолман бетеүе тағып ебәрҙең?-
Показать полностью...тип һораны.
- Әлегә бер ни әйтә алмайым, улым. Мин дә, әсәйең дә баҡыйлыҡҡа күскәс, көндәлектәремде уҡырһың, бөтәһен дә аңларһың, - тиеү менән генә сикләнергә уйлағайны ла граф, барып сыҡманы.
- Миңә һеҙҙең үлемегеҙ кәрәкмәй, атай. Һәм мин үҙем тирәһендә ниндәйҙер сер йомғағы уралыуын да теләмәйем. Ул миңә йәшәргә ҡамасаулай.
- Һин беҙҙең берҙән-бер балабыҙ. Әсәйең өсөн һин ер кендегенә бәрәбәр. Ул серҙе белеү һине беҙҙән йырағайтыр ине. Әсәйең дә, мин дә яңғыҙ улыбыҙҙы юғалта алмайбыҙ.
- Мине һеҙҙән бер ни ҙә айыра алмаясаҡ, атай. Бала-саға түгелмен бит инде, үҙең әйтмешләй, олатай йәшенә еткәнмен тиерлек.
- Үҙем үлгәс кенә уҡырһың тигәйнем дә... Ярай инде, ни булһа – шул булыр. Аңларға тырыш. Ғәфү итергә тырыш. – Ҡарт граф шулай һөйләнә-һөйләнә сейфтан ҡалын дәфтәр алып бирҙе..."
Быуаттар төпкөлөндә йәшеренгән серҙе, ундағы һорауҙарға яуаптарҙы повесты уҡығас табырға һәм белергә мөмкин.
Дауамы сайтта:
http://kitap-ufa.ru/news/zaman_ulyshy_r_rend/?back_ur..
Оставить сообщение: