18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

#ЦБСБелорецк

18:28 25.10.2021 16+
#ЦБСБелорецк

Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВАға – 60 йәш.

Рәшиҙә Шәмсетдинова 1961 йылдың 24 октябрендә Ишембай районы Иҫәкәй ауылында тыуған. 1977 йылда Иҫәкәй 8 йыллыҡ, 1979 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1984 йылда Илеш районы Сеңрән 8 йыллыҡ мәктәбенә уҡыу – уҡытыу бүлеге мөдире итеп эшкә ебәрелә.
1987 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (хәҙер БашГУ) башланғыс синыфтар факультетына башҡорт - рус кафедраһына эшкә саҡырыла. 1996 йылда Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант итеп тәғәйенләнә. 2002 йылдан – Стәрлетамаҡ медицина колледжында китапхана мөдире. 1997 йылдан – БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2010 йылдан – Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифы отличнигы. Намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Яра

Яралар менән йәшәйем,
Яраларым – дауа түгел.
Имләр өсөн ергә эйел,
Ҡай сағында күккә үрел.

Ине лә бит…
Юҡ шул, булмай!
Яраларым йәшәй йәндә.
Тәҡдиренә яҙылғанды
Күреп китә барса бәндә.

Яраларым – тыуған тупраҡ,
Һүтелергә торған нигеҙ.
Ата-бабалар күмелгән
Убалар бит булды тигеҙ.

Ҡазаларым – кипкән шишмә,
Таҙға ҡалған ҡола ялан.
Һинең менән ҡойолғанмын,
Елгә кипкән ҡыҙыл балан –
Атайсалым!

Ҡиәмәт көнө

Ҡайҙа икән хәҙер һинең йәнең,
Күгәрсенем!
Шуны белһәңсе.
Йөрәк кенәм атылып сығып килә,
Шәфәҡҡә нур итеп элһәңсе.

Ус аяһы төҫлө һылыу һының
Асфальт ергә ҡуша иҙелгән.
Һуңғы тапҡыр һаман ерҙе ҡосоп,
Ғүмер шәмдәл генәң ирегән.

Шау-шыу килә урам.
Уның һиндә
Бер эше юҡ.Үтә бар халыҡ.
Был – Ҡиәмәт көнө түгелме, тип,
Юл сатында торам таң ҡалып.

Күгәрсен дә яңғыҙ,
мин дә яңғыҙ,
Болот булып үтә кешеләр.
Хоҙай алдарында бары ла бер,
Яҡты уйлы, ҡара эслеләр.

Хоҙай алдарында байы ла юҡ,
Ярлы ла юҡ, бары беҙ – ҡолдар!
Йүгереп кенә ҡайтыр өсөн унан
Табылаһы түгел һис юлдар.

Ул күгәрсен – мин бит!
Һин бит!
Ул бит!
Беҙҙең дә бар яуап бирәһе.
Күрәһе бар нисек Раббыбыҙҙың
Алдыбыҙҙа ҡосаҡ кирәһе.

Килер бер көн: оло эшебеҙ бар,
Сират күперҙәрен үтәһе.
Шул сағында,
эй һин күгәрсенкәй,
Ҡанаттарың елпеп күләгә ит,
Йүгереп кенә үтһен бөтәһе!

Тартыу көсө.
Парса.

 

Ауылда әле йәйҙең тулышып бешкән мәле. Халыҡ кинәнеп бесәнгә төшкәндер. Кәртә аръяғында ғына ятҡан Селтербей башында еләк түшәлеп яталыр. Бала-саға, бал ҡорто һымаҡ, уны көноҙоно һырып алалыр.

Түтәл баҡсаһында йыл һайын ҡарағатҡа оялаған һандуғастың илаһи тауышын тыңлап, иртән әсәйем һыйыр һауалыр. Гөбөр-гөбөр биҙрәгә тамған һөт тамсыларына ҡушылып, бише­беҙгә лә бәхет теләйҙер. Үҙе илап та ебәрәлер. Бала саҡтағы шуҡлыҡ­тарыбыҙҙы иҫләп, ҡайһы сағында көлөп тә ҡуялыр.

– Йәһәннәм ситенә кейәүгә сыҡтың да бына хәҙер шулай уйҙа ғына осрашып йәшәйбеҙ инде, ҡыҙым! – тип ҡабатларға ярата ине әсәйем.

Дөрөҫ әйтә шул үҙе. Нишләйһең, кешене тәҡдир йөрөтә. Бына әле ошо уйҙарым менән килен булып батҡан Илеш яҡтарында йәшәп ятам. Ҡыҙым менән район үҙәге Үрге Йәркәйгә, дауаханаға килгәнбеҙ. Ҡайным сирләп китте. Көн аша янына хәл белергә йөрөйбөҙ.

Өс йәшлек кенә ҡыҙым Гөлназыма рәхәт. Ҡартатаһы янындағы бөтә оло кешеләр менән дуҫлашып бөттө. Эше хәтәр күп булды: бар белгән шиғыр­ҙарын һөйләп, йәш кенә егеттәрҙе үҙенә ҡаратты. Сиратҡа баҫып тигән­дәй, үҙен күтәреп кенә йөрөтәләр хәҙер.

Әле өсәүләшеп, саф һауа һуларға тип, тышҡа сыҡҡанбыҙ. Эскәмйәлә ултырабыҙ. Ҡыҙым күбәләк кеүек йүгереп йөрөй. Юҡ, йүгермәй, леп-леп килеп оса. Йөҙө һурылып киткән ҡайным, уның һәр хәрәкәтенә ҡарап, һәр һөйләгәнен күңеленә һеңдереп ҡалырға тырышҡандай. Ошо бәләкәй генә баланың да ауырыу кешегә күңел дауаһы бирә алыуына ҡыуанам.

– Әлдә Гөлназ бәпкәсәйемде алып килгәнһең, килен. Рәхмәт инде һиңә! Гел икәүләшеп килегеҙ, йәме!

– Ярай. Гөлназым үҙе лә һинең яныңа тартылып тора ул, әткәй! – тип оло кешенең күңелен йыуатам.

Ошо ваҡыт:

– Сөбханалла, Һеңрән ярсығы! Мәликә әхирәт!.. – тигән тауышҡа һиҫкәнеп киттем. Ҡаршыбыҙға ауылдашыбыҙ Фатима инәй килә икән.

Ауылға килен булып төшкән йылда улы инәйҙе Йәркәйгә күсереп алып киткәйне. Инәйҙең таҡтанан һырлап, зәп-зәңгәргә буялған өйө шулай етем­һерәп торҙо ла ҡалды. Ҡапҡалары бикләнде.

Әммә баҡсаһында, инәйебеҙ бул­маһа ла, шау-ҡыҙыл мәк сәскәләре үҫеүен дауам итте. Йомро сынаяҡ аҫты кеүек ҙур түгелдәр, Гөлназымдың усы кеүек кенә үҙҙәре.

Ошо сәскәләрҙе таҡта ярығынан барып һоҡланып ҡарап торорға яраттыҡ ҡыҙым менән. Инәйһеҙ донъяларҙы инәй бар сағындағы кеүек итте ошо мәктәр.

Баламдың донъяға килгәнен дә белмәй инәйебеҙ. Үҙен бөтөнләй күргәне юҡ. Эскәмйәлә ултырған беҙҙе абайламаны ла. Таныш түгел бер сабыйҙың күҙҙәренә ҡарап, инде ҡасан гүр эйәһе – ҡәйнәмдең әсәһе Мәликә өләсәйҙе иҫенә төшөрөп, кескенә сабыйҙың кем, ҡайҙан икәнлеген әйтеп бирһенсе әбей!

Донъя шаҡҡатырғысҡа әйләнеп барған мәлдә Фатима инәйҙең һиҙгер, тойомло йөрәгенә иҫем китеп аптыраным ошо мәл. Күрәһең, балалар үҙҙәрен донъяға килтергән атай-әсәйҙәренә оҡшамаһа ла, ҡаны менән тыуған һауаһынан яралалыр, йәнен ғәзиз төйәгенән һуғаралыр. Ете быуын бабаларыбыҙҙың рухы ярылып ята икән йөҙҙәрендә.

Бына ниндәй икән ул тартыу көсө Йәнтөйәктең! Һин мәңгелек икән ул, Атайсал!

2577

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
Рекламный баннер 300x100px right1
Рекламный баннер 300x100px right2
Рекламный баннер 300x100px right3
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock