18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top
14:15 11.09.2021
#ЦБСБелорецк#КультураБелоречья#Национальныйкостюм-мояистория#Деньнациональногокостюма#Милликейемкөнө#УфаМКРБи#УфаРЦНТРБ



Милли кейем һәр халыҡтың үҙенсәлекле.

Башҡорт кейемдәре, бигерәк тә, байрам өсөн кейемдәре бик күп төрлө булған. Көн торошона һәм миҙгеленә ҡарамай, эске кейем өҫтөнән ҡат-ҡат халат кейгәндәр
Башҡорт халҡының кейемендә, бигерәк тә ҡатын -ҡыҙҙарҙыҡында көмөш металы бик күп тәшкил иткән. Был хикмәтле металл күҙ тейеү, ен -шайтандарҙан һаҡлау сараһы итеп ҡулланылған. Ысынлап та, ҡатын- ҡыҙ кейемендә көмөш тәңкәләр ҙур урын алып тора. Уның башын көмөш тәңкәләрҙән торған ҡашмау һаҡлаһа, арҡаһын шулай уҡ көмөштән торған ҡашмау ҡойороғо ҡурсалаған. Күкрәкте һаҡал, селтәр ҡаплап торған. Хатта муйынға ла көмөш тәңкәләрҙән торған әйбер таҡҡандар. Шулай уҡ ҡатын ҡыҙ сәс толомдарына көмөш сулпылар, ҡулдарына көмөш йөҙөк, балдаҡтар, беләҙектәр тағып йөрөр булған. Көмөш тәңкәләрҙең сыңлауы яуыз көстәрҙе ҡыуған, улар ҡатын -ҡыҙға зыян килтерә алмаған. Яңы тыуған балаларҙың сәңгелдәгенә лә көмөш тәңкәләр һалып ҡуйғандар. Шулай итеп баланы сихырҙан, ендәрҙән һаҡлағандар. Балаларҙың кейемдәрен дә көмөш тәңкәләр менән биҙәгәндәр.
Беҙҙең көндәрҙә көмөш биҙәүестәр тағыу йолаһы киренән тергеҙелә башланы. Селтәр, һаҡалдар эшләү йолаһы ла ҡабаттан юлға һалына тиһәк тә була. Һуңғы ваҡыттарҙа көмөш металдан эшләнгән биҙәүестәр күпләп һатыла башланы. Көмөш әйберҙәр ҡулланыу - башҡорт халҡының яңы заман тормошо менән быуаттар төпкөлөнән килгән бай мәҙәниәтенең бәйләнеше тип әйтергә була.

Асы ауылы китапханасыһы: Йомағолова Айгөл.

Үҙем теккән, биҙәгән бишмәт менән.

2091

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
Рекламный баннер 300x100px right1
Рекламный баннер 300x100px right2
Рекламный баннер 300x100px right3
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock