18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

#ЦБСБелорецк#КультураБелоречья

21:56 30.08.2021 16+
#ЦБСБелорецк#КультураБелоречья

Мин бөгөн ҡол да, ҡунаҡ та
Ижад тигән илһамда.


Шағирә, яҙыусы, журналист , йырҙар тексты авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдинаға 70 йәш тулды. Шул уңайҙан Асы ауылы китапханаһында шағирәгә арналған "Мин бөгөн ҡолда, ҡунаҡ та Ижад тигән илһамда" исемле китап күргәҙмәһе эшләнелде. Уҡыусылар менән шағирәнең шиғриәт донъяһына сәйәхәт иттек. Һеҙҙең ихтибарға бер нисәүһен тәҡдим итәбеҙ.

Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдина 1951 йылдың 20 авгусында Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында тыуған. 1968 йылда Таймаҫ урта мәктәбен тамамлай. 1968—1969 йылдарҙа ошо уҡ райондың Шишмә ауылында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй, 1969—1970 йылдарҙа «Ильич юлы» район гәзитендә тәржемәсе була. 1970—1975 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый, бындағы «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөләнә. Бишенсе курста уҡып йөрөгәндә (1974 йыл) «Башҡортостан пионеры» (бөгөн «Йәншишмә») балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә эшкә саҡырыла һәм бөгөнгө көнгәсә шул баҫмала хеҙмәт итә, гәзиттең әҙәбиәт бүлеге мөдире. Журналистикала оҙаҡ йылдар емешле эшләгәне өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

Зөһрә Ҡотлогилдина үҙенең гәзиттә эшләү дәүерендә тәүге тапҡыр "Башҡортостан пионеры"ндә ҡәләмен һынап ҡараған ҡыҙ һәм малайҙарҙың бер нисә тиҫтәһен әҙәби ижад һәм журналистика юлына алып сығыусы.

Әҙәбиәткә үткән быуаттың 70-се йылдарында килә. Поэзия, проза жанрҙарында ижад итә. «Уйылам уйҙарымдан», «Шәфәҡ нуры» шиғри йыйынтыҡтарында шағирәнең йәшәү мәғәнәһе, донъя яҙмышы хаҡындағы поэтик уйланыуҙары сағылыш тапты. Зөһрә Ҡотлогилдинаның күпселек шиғырҙары үҙенсәлекле лиризмы, халыҡсан теле менән айырылып тора. Уның тиҫтәләгән шиғырына көйҙәр яҙылған. Бигерәк тә әҙиптең танылған композитор Салауат Низаметдинов менән ижади дуҫлығы емешле булды: был ике талант эйәһенең йырҙары ысын мәғәнәһендә халыҡ һөйөүен яуланы, күп популяр артистарҙың репертуарында ныҡ урын алды, радио һәм телевизорҙан йыш яңғырай. Беренсе башҡарыусыһы Айһылыу Солтанова булған «Күҙҙәремә ҡара» йырын, мәҫәлән, «мөхәббәт гимны» тип атарға була. Рәсәйҙә билдәле йырсы Земфира (Земфира Тәлғәт ҡыҙы Рамаҙанова — Өфөлә тыуған йырсы, музыкант, композитор һәм йырҙар авторы) башҡарыуында «Ҡайҙа?» («Күҙ нурым») йыры шулай уҡ күп тыңлаусыларҙың һөйөүен яуланы.

«Әсәйем һөйөнөсө» китабы менән әҙип үҙен башҡорт балалар прозаһы өлкәһендә уңышлы ижад итеүсе хикәйәсе итеп танытты.0:330:160:14

1886

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
Рекламный баннер 300x100px right1
Рекламный баннер 300x100px right2
Рекламный баннер 300x100px right3
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock