18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

Янбаев Шакир Мәхийән улы (19 ноябрь 1925 йыл — 3 июнь 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1968 йылдан КПСС, 1972 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы

17:32 20.11.2020 16+
#Ассинскаябиблиотека#ЦБСБелорецк

2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Мостай Кәрим:
Показать полностью...
"Бикбулатҡа йыр"

И,Бикбулат,Шакир атлы дуҫым
Тыуып үҫкән төбәк!
Хайран ҡалып ҡарап торам һиңә
Ике күҙем төбәп.
Тауҙар моңон, дәртле тауҙар йырын
Йырлап аҡҡан Эйек,
Сәләм бирәм һиңә, сәләм бирәм
Баштарымды эйеп…
Эйәрлетауҙың көмөш эйәрендә
Ай нурҙары уйнай.
Шул нурҙарҙың яҡтыһына күңел
Зауыҡланып туймай.

Күктә йондоҙ, ә тирәмдә күпме
Алсаҡ йөҙҙәр балҡый!
И,Бикбулат,онота алмам инде
Һине ғүмер баҡый!

Һәр бер әҙиптең ижады,тормош юлы уның тыуып үҫкән ғәзиз ере менән тығыҙ бәйләнгән була.Шәкир Янбаев ижадының да рухи сығанаҡтары булып бәрәкәтле, сихри моңға тулы Бикбулат ере, яҡташ-ауылдаштарының яҙмыштары.Бойок Ватан Һугышы һәм тыныс тормош ваҡиғалары,халыҡ һәм ил яҙмышы, ябай эшселәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте тора.Буласаҡ яҙыусы үҙе лә урта хәлле ябай крәҫтиән ғаиләһендә 1925 йылдың 19 ноябрендә донъяға килә.
Әҙиптең атаһы Мәхиән олатай ҙа бик алдынғы ҡарашлы кеше булған, балаларына белем бирергә тырышҡан, шуғалыр ҙа бәлки Шакир Янбаев ауылдағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, ауыл балалары араһынан тик бер үҙе уҡыуын дауам итер өсөн Артылыш тауын артылып, район үҙәгенә Мораҡҡа көн дә йәйәү йөрөп белем ала, тап ошо осорҙа 1943 йылда ун ете йәше яңы ғына тулған йәш егет унынсы класта уҡып йөрөгән еренән Совет Армияһы сафына алынып ,Бөйөк Ватан һуғышына китә. Шакир Янбаев хәрби шофер булып, Днепрҙан Берлинғаса һуҙылған ауыр, үлемесле һуғыш йылдарын үтә,Праганы фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм күп миҙалдар менән наградлана.Ауылға ул һуғыш тамамланыуға бер йыл тулып килгәндә,апрель айында ҡайта.
Былай ҙа оҙайлы һуғыш ауырлыҡтарынан миктәгән ауылдаштары өсөн бик ауыр килә ул яҙ. Әсәһе менән атаһы улдарының иҫән-һау йләнеп ҡайтыуын шул тиклем ныҡ көтөп алһалар ҙа, ул ҡайтҡас, өҫтәлгә ҡуйырға дегәнәк тамырынан башҡа һыйҙары булмай.Ошо көн буласаҡ яҙыусы күңелендә мәңгелеккә иҫтә ҡала, сүп үләне дегәнәк ҡотҡарыусы йәшәү символына әүерелеп, күп йылдар үткәс, “Дегәнәк” хикәйәһе сюжеты нигеҙенә һалына.
Һуғыштан ҡайтҡас уШакир Мәхиән улы ике йыл Күгәрсен районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1950-1952 йылдарҙа Өфө музыка училищеһында уҡый.Төпкөл ауылдарҙың береһендә тыуып үҫкән,һуғыш ғазаптарын күргән һәм кисергән йәш кеше алдында ғәжәп үҙенсәлекле рухи бер донъя асыла.Училищела уҡыған йылдарында уҡ Шакир Янбаев Башҡортостан радиокомитетында тәүҙә диктор,аҙағыраҡ редактор булып эшләй . Бында инде ул икенсе донъя – әҙәбиәт донъяһы менән яҡындан осраша,өлкән әҙиптәр Р.Ниғмәти,Б.Бикбай,Ҡ,Даян,Әкрәм Вәли,Хәниф Кәрим,Хәким Ғиләжевтәр менән таныша,уларҙың үҙенә ниндәйҙер өмөт менән ҡарағандарын тоя.Был уны ижадҡа өндәй,ҡулына ҡәләм алырға мәжбүр итә…Оҙаҡламай ул Мәскәүҙәге М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға инә.Ш.Янбаевтың ижади эшмәкәрлеге шулай башланып китә. Институтты тамамларға ике йыл ҡалғанда Шакир Янбаев үҙенең күптән оҡшатып йөрөгән, ижадына илһам, уҡыуына дәрт өҫтәүсе Хәҙисә Әхмәт ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп ебәрәләр.
Институтты тамалағас,Шакир Мәхиән улы радио һәм телевидение тапшырыуҙар комитетында редактор булып эшләй.Һуңынан “Ағиҙел” журналы баш редакторы урынбаҫары була.Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып,ҙур тормош тәжрибәһе туплап әҙәбиәткә килгән яҙыусы тәүҙәрәк , илленсе йылдарҙа,үтә ашығып яҙмай, гүйә ул күңеленә,ижад манераһына тап килгән төп темаһын, тормош материалын эҙләй.

Шакир Янбаевтың “Үлән үҫтөндәге ысыҡ”тигән тәүге китабы 1966 йылда баҫылып сыға.Дүрт-биш йылдан һуң бер-бер артлы уның ике китабы-“Йәшәү һуты”(1971)һәм “Ерем –ете ҡат”(1972) донъя күрҙе.Артабан республикабыҙ һәм үҙәк китап нәшриәтендә “Көмөш йүгән” һәм “Зәңгәр сатыр”кеүек китаптары баҫтырылды.

“Зәңгәр сатыр” романы яҙыусының үҫеш эволюцияһын күрһәткән әһәмиәтле әҫәре булып тора.Үҙенең етмеш биш йәш тулыу көнөн Шакир Янбаев яңы әҫәрҙәр тамамлау менән ҡаршылай.Эшселәр темаһына арналған”Беүә буйҡайҙары һары тал”романы башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрә,үҙе иҫән саҡта сыҡҡан һуңғы китабы “Был донъяның кеме юҡ”тип атала, ул 2000 йылда баҫтырыла.Үҙе вафат булғандан һуң яҙыусының “Диңгеҙ аҡсарлағы” исемле һуңғы китабы татар телендә Ҡазанда 2007 йылда донъя күрә.
6342

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
Рекламный баннер 300x100px right1
Рекламный баннер 300x100px right2
Рекламный баннер 300x100px right3
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock