18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

#Ассинскаябиблиотека#ЦБСБелорецк

19:43 09.04.2021 16+
#Ассинскаябиблиотека#ЦБСБелорецк

Яҙыусы Барый Ноғоманов.

Асы китапханаһында яҙыусы һәм журналист

Барый Ноғомановтың юбилейы уңайы менән "Йөрәгемдә ерем йәме" исемле китап күргәҙмәһе эшләнелде. Уның әҫәрҙәрен китап уҡыусылар яратып уҡыйҙар. Яҙыусы әҫәрҙәрендә милләтебеҙ яҙмышына ҡағылған актуаль темаларҙы күтәрә. Халыҡсан телдә яҙылған әҫәрҙәр әлбиттә бик тә уҡымлы. Тиҫтәләгән повестары, хикәйәләре йыш матбуғатта донья күрә.

Барый Ноғоманов 1936 йылдың 8 апрелендә Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында тыуған. Атаһы һуғышта һәләк була. Ғаиләлә ете бала етем ҡала. Бәләкәй Барыйҙы Мөкәй ауылындағы әбеһе (атаһының өлкән апаһы) тәрбиәгә ала Шул ауылда өс класты тамамлай, артабан тыуған ауылына ҡайта һәм уҡыуын дауам итә. Урта мәктәпте тамалағас, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Бәләкәй сағынан уҡ шиғырҙар яҙыу менән мауыға, республика матбуғатында уның байтаҡ шиғырҙары, хикәйәләре баҫылып сыға.
Барый Ноғомановтың балалар өсөн "Йылбабай һәм сәғәттәр", "Йылбабайҙың дүрт ҡыҙы", "Усаҡтар яна", өлкәндәр өсөн "Аҡ таңдарым", "Етегән йондоҙ", "Ерем йәме", "Минең яҙым", "Ҡыңғырауҙар" исемле китаптары донъя күрә. "Эҙең ҡалһын", "Өйөрмәле елдәр" тигән проза йыйынтыҡтары авторы. Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 1979 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы. И. Мырҙаҡаев-Балапанов (2004) һәм Фәтих Кәрим (2013) исемендәге премиялар лауреаты.
3085

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
Рекламный баннер 300x100px right1
Рекламный баннер 300x100px right2
Рекламный баннер 300x100px right3
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock