18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА

17:07 01.11.2020 16+

ҺӘР КЕМДӘ ЛӘ БУЛА БЕР СЕР
Динә бөгөн дә йоҡоһоҙ төнөн саҡ үткәреп, сираттағы таңын ҡаршы алды. Көндәре нисек тә үтә уның, тик төндәрен үткәреүе ҡыйын. Аҫҡы ҡатта йәшәгән инәйҙе уятып ҡуймайым тип, ул иҙәнгә аяғының бармаҡ остарына, бесәй кеүек, йомшаҡ ҡына баҫып йөрөй. Тәҙрә төбөнә терһәкләнеп, етенсе ҡаттан ҡарағанда, ус төбөндәге бишектә йоҡлап ятҡан, яратҡан ҡалаһын күҙәтә.
Показать полностью...
Беренсе тапҡыр күргәндән үҫте, үҙгәрҙе, ҙур мегополисҡа әйләнде Өфө! Бейек өй ҡыйыҡтары болоттарҙы үтә тишеп, күк көмбәҙенә ҡаҙалған. Яҡты уттары аша Ай, йондоҙҙар ҙа күренмәй. Төнгө ҡала тыныс ҡына йоҡлай. Һирәк-мирәк елеп үткән йәшел күҙле таксиҙар ғына бер аҙ тынлыҡты боҙа. Тик көндөҙгө эштән арып ял иткән халыҡ иҙрәп йоҡлай, был күнегелгән ғәзиз тауышты ишетмәй ҙә. Бииик һирәк кенә тәҙрәләрҙә ут күҙҙәре күренә. Ә дөйөм алғанда, йәйге төнгө йылы һиллек...
Ғүмере буйы юғары постарҙа эшләгән Динәнең тормошо хаҡлы ялға сыҡҡас тынып, ғүмер ағышы кинәт туҡталып ҡалғандай булды. Инде ир ҡорона инеп, үҙ ғаилә усағында йәшәгән улынан да хәбәр-хәтер онотҡанда бер килә. Ошо көнгә ҡәҙәр, ир-егеттәрҙең хис-тойғоларын белдергән СМС хәбәрҙәр ҙә һирәгәйеп-һирәгәйеп, инде бөтөнләй тынды. Эшлекле командировкалар, осрашыуҙар, ялҡынлы, инде ятланып, мейеһенә һеңеп бөткән бер үк ялҡынлы телмәрҙәр – бөтәһе лә үткәндә ҡалды.
Әле эшләп йөрөгәндә, ул хаҡлы ялын башҡасараҡ күҙ алдына килтерә ине. Ҡала ситендәге ике ҡатлы өйөнөң, беренсе ҡатында урынлашҡан камины эргәһендәге бәүелгес ултырғысына ултырып, яратҡан китаптарын ҡабаттан уҡып, ниһәйәт шунда өйөлөп, уҡылмаған гәзит-журналдарҙы ҡарап сығырға, тыуасаҡ ейән-ейәнсәрҙәре менән ваҡытын бергә, уйнап, әкиәттәр уҡып, күңелле һәм файҙалы итеп үткәрермен тип планлаштырған ине. Тик тормошта бөтәһе лә һин уйлағанса ғына килеп сыҡмай икән шул. Ахры планлаштырыу дәүләт эше өсөн генә уңайлы һәм үтәлеүсән. Ҡарар ҡабул иттең дә, аҫҡа оҙаттың. Ә ғаиләлә ҡабул иткән ҡарарҙарҙы мотлаҡ үҙеңә үтәргә... Был бик ауыр һәм ваҡыты менән тормошҡа ашмай торған хыял. Баштараҡ, ял итеп алғансы, был тыныс тормош оҡшай ине Динәгә. Хәҙер, ғүмер буйы дәүләт эшенән бушай алмаған, үҙ шәхси тормошо булмаған ханым, баҙрап ҡалды.

* * *
Мәктәпте тамамлағас, Динә, күп класташтары кеүек Өфөгә юлланды. Уҡырға инерме, эшкә төшөрмө, әлегә үҙе лә белмәй. Әсәһе ҡулына тоттороп ебәргән адрес буйынса барып, ғүмерендә бер тапҡыр ҙа күрмәгән кешегә ишек ҡаҡты. Бик күп йылдар ҡалала йәшәгән Фатима инәй уны йылы ҡаршы алды. Ауыл хәбәрҙәрен һорашып, сәй эскәндән һуң, ул ҡыҙҙың аттестатын асып, теҙелеп торған биштәренә һоҡланып:
– Һиңә ҡыҙым, бындай оценкалар менән юғары уҡыу йортона уҡырға инергә кәрәк! – тине. Ниндәй һөнәргә өйрәнәһең, кем булаһың килә?
– Мөнирә апайым кеүек – уҡытыусы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы- тине ҡыҙ.
– Улай булғас педагогия институтына юлланаһың инде...
Динә һынауҙарҙы уңышлы үтеп, көҙгә студент булып китте. Уҡырға ингәс тә ауылына ҡайтып китергә ашыҡманы. Беренсенән, ҡайтырға аҡсаһы юҡ, икенсенән, унда ҡайтып та, китергә әсәһе аҡса тапмаһа... Уҡыуҙар башланғансы тип шундағы ашханаға иҙән йыуыусы булып эшкә инде, төнөн урам һеперҙе. Өҫтөн бер аҙ йүнәтте. Фатима инәй ҙә уңған ҡыҙҙы яратып өлгөрҙө. Көҙ ятаҡҡа йәшәргә ебәрәһе килмәгән ине лә, тик үҙ мөхитендә йөрөп уҡыһын тип, ҡаршы торманы. Ҡыҙға уҡып та, эшләп тә йөрөүө ауыр булды, шулай булһа ла ул уҡыуын уңышлы тамамланы. Һуңынан үҙе күҙ һалып, уға иғтибар күрһәткән Закир исемле егеткә кейәүгә сыҡты. Башҡа егеттәрҙән әллә ни айырылып тормаған, тәү ҡарауға оялсан кеүек күренгән был егеттең күҙҙәрендә осҡон сатҡылары шәйләне Динә. Ире менән оҙаҡ ҡына бергә йәшәһәләр ҙә, йәш ҡатын балаға уҙа алманы. Ире дауаханалар юлын күп тапатты унан. Бер сир ҙә тапманылар. Ахры Закир үҙен дә тикшертеп ҡарарға булды, тик был турала кәләшенә әйтмәүҙе урынлы тапты. Уға “тоҡомһоҙ” тигән мисәт һуғып сығарҙылар. Шул көндән алып ир ҡырҡа үҙгәрҙе. Юҡ барға тиҙ ҡыҙып китеүсән, элек иҫе китмәгән иҫерткес эсемлектәр менән дуҫлашып, кәләшен дә эсергә ҡыҫтай башланы. Ә эсеп алғас донъяһы түңәрәкләнде, хатта ҡатынына ҡул күтәрергә лә тартынманы.
Динә иренең был насар холҡон оҙаҡ түҙә алмай, ауылда уны бер кем көтөп тормағанын белһә лә, ата-әсәһе янына ҡайтып китте.
Өфө – Сибай поезы. Плоскарт вагон. Икенсе полка. Был ҡайтыуын бер ваҡытта ла онотмаясағын ҡыҙ әлегә белмәй. Аҙна уртаһы булғанғамы вагонда кешеләр әҙ. Дим станцияһына еткәс уның купеһенә ҡупшы ғына башҡорт егете инеп ултырҙы. Һөйкөмлө ҡиәфәте, матур төҫ-башы, зифа буй-һыны, өҫтөнә кейгән килешле кейеме арбаны Динәне.
– Гизәр, - тине ул, ҡыҙҙың күҙенә серле итеп ҡарап.
– Динә.
Шулай танышып киттеләр йәштәр. Магнитка илткән тимер юлы, төндөң үҙе кеүек бик оҙон. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне... Егет өҫтәл аша ултырған Динәнең ҡулдарынан тотоп алырға ла күп һорап торманы:
–Мин күрәҙәсе, әйҙә, һине нимә көткәнен әйтәм.
-Хәстрүш, киләсәкте әйтеп алдауы еңел шул. Һин миңә үткәнемдә нимә булғанын әйт!
Егет:
– Рәхим итеп тыңла! Исемең Динә.
– Быныһын мин һиңә үҙем әйттем...
– Урал аръяғы райондарының береһенә ҡунаҡҡа ҡайтып бараһың. Атай-әсәйең бар. Ғаиләгеҙҙә өлкән балаһың. Өфөлә йәшәйһең. Кейәүҙәһең.
Динә:
– Ундай ғына мәғлүмәтте мин һиңә лә әйтә алам, - тип ихлас көлөштөләр.
Егет кондукторҙан сәй барып алып килеп, кәнфитләп сәй эстеләр...
Төн уртаһы еткәс, ҡыҙ йоҡлайым тип, үҙ урынына, икенсе полкаға менеп ятты, ә егет ҡаршылағыһына. Урынынан бына-бына атылып сығырға әҙер ике йәш йөрәк елкенеп типкәндә, ниндәй йоҡо ҡайғыһы булһын ти инде?!. Ҡараштар-ҡарашҡа, күҙҙәр, һүҙҙәр бер-береһенә бәйләнеп, әңгәмә һуҙылғандан һуҙылды. Егет уңайын тура килтереп ҡыҙ янына күсеп үк ятты. Ҡыҙ артыҡ ҡаршылашманы. Бер-береһенә яҡынайған һайын ҡан баҫымы күтәрелде, һүҙҙәр бөттө, ирендәр бер-береһен наҙланы, ҡапыл ваҡыт туҡтаны...
Динәнең бер ҡасанда бындай ҡайнар хис тулҡынында йөҙгәне юҡ ине әле...
Магнитка килеп етер алдынан, ҡыҙ кондукторҙың пассажирҙарҙы уятып, һөрәнләгән тауышына уянып китте. Динә күҙҙәрен асты. Егет эргәһендә юҡ ине. Күрәһең алдағы берәй станцияла төшөп ҡалған. Уйламағанда, көтмәгәндә пәйҙә булған юлдашының, шулай тауыш-тынһыҙ ғына юҡ булыуы ҡыҙҙың кәйефен ҡырҙы ҡырыуын... Ни эшләйһең?.. Төн үтте, кисерелгән хистәр таңғы ысыҡ кеүек ҡояш нурҙарында балҡыны ла юҡҡа сыҡты.
Ауылда аҙна ун көн торғас, ҡатыны артынан Закир ҡайтты. Ғәфү үтенде, үҙгәрергә вәғәҙәләр бирҙе, икмәк тотоп анттар итте... Ышанды йәш кәләш, өйҙә лә ҡалып тор тигән кеше булмағас, ире менән ҡалаға ҡайтып китеүҙән башҡа сара күрмәне. Ҡалаға ҡайтҡас аралары көйләнгән, донъялары түңәрәкләнгән кеүек булып китте. Динә әүәлгенән күберәк ашай, уны тоҙло аҙыҡҡа тарта башланы. Күреме инде ике ай килмәгәс гинекологҡа барып, ауырға ҡалғанын белде. Күктәргә осоп ҡыуанды ла, оятынан ер аҫтына төшөп китерҙәй булып оялды йәш ҡатын... Күпме көттө ул был көндө! Күпме оҙон төндәр буйы Аллаһтан һорап, доғалар уҡыны... Нимә генә булмаһын, абортҡа бармаясы уға көн кеүек асыҡ. Ауырға уҙған ваҡытын һанап сығарҙы. Шикләнеүҙәре, шомланыуҙары хаҡ булып сыҡты. Өфө-Сибай поезы, ҡупшы юлдашы... Эх,.. Был турала бер кемгә лә ләммим. Беҙ ҡапсыҡта оҙаҡ ятмай, тиеүҙәре хаҡ, эсе түңәрәкләнә башланы. Шунан башҡа сара булмағанын аңлап, иренә әйтергә ҡарар итте. Тик һинең балаң тип кенә алдашты. Ире ышанған булып ҡыланһа ла, эстән ҡаты уйға батты. Нишләргә? Башта, “Тоҡомһоҙ ир” ҡушаматы күтәреп йөрөгәнсе, был көтөлмәгән хәл менән килешеүҙән дә яҡшыһы булмаясағын аңлап, тынысланды. Закир күнеүен күнде, тик эсен билдәһеҙ намыҫ ҡортоноң кимереүе тыныслыҡ бирмәне... Динә мине, моғайын да, “лох”, алйот, иҫәрҙе төп башына ултырттым, анһат ҡына алданым - тип уйлай микән, тигән уй уның күңеленә һис тыныслыҡ бирмәне. Малай була тигәнде белгәс, йәнә бер аҙ тынысланғандай ҙа иткән ине, тик был кисерештәре лә оҙаҡҡа етмәне. Сабый тыуғас, эсен кимергән ҡорт та килеп сыҡты ирҙең. Закир эсенә йыйылған бөтә шик-шөбһәһен, асыуын аҙғын бисәһе алдына сығарып түкте. Уның бер ваҡытта ла үҙ балаһы булмаясағын һәм булыуы мөмкиндә түгел икәнлеген, икенсе ҡатынға өйләнәсәге тураһында хәбәр итте.
Шулай ҙа Закир малайҙы үҙ фамилияһына яҙҙырҙы. Бының да үҙенә күрә бер ғилләһе бар ине. Хәҙер миңә “тоҡомһоҙ” тип әйтә алмаясаҡтар! – тине ул эстән ҡәнәғәт көлөмһөрәп. Балаға алимент түләһә лә, алдына алып

һөйөп, килеп күҙенә салынып йөрөмәне, дөрөҫөрәге яратманы ул аҙғынлыҡтан тыуған “көсөктө”. Бала ла артыҡ ынтылманы. Саҡырһа янына барҙы, өндәшмәһә, атайым килмәне тип илап ултырманы.
Булат тыныс холоҡло, сабыр, әсәһенең күләгәһенә ышыҡланып ҡына үҫте. Мәктәптә уртаса уҡыны. Урта мәктәпте бөткәс, танышлыҡ аша, әсәһе уны авиация техникумына уҡырға индерҙе.
Икенсе ҡатынан да балаһы булмағас, табиптарҙың диагнозы менән тамам килеште Закир. Инде хәҙер бәләһе бик булмаған, егет ҡорона ингән “көсөк”- улын үҙ яғына яйлап ҡына ауҙарырға тырышты. Йылы һөйләшеп, ҡулына аҡса биргеләштерҙе, хатта уҡыуын бөткәс машина ла алып бирҙе. Булат атаһына әкренләп йылынды. Атаһының ҡала ситендәге бай һарайынан әсәһенә тамаҡ туйҙырырға, өҫтөн алыштырып кейергә генә ҡайтып китә башланы.
Улының үҙенән алыҫлаша башлауын тойоп, Динәнең Закирҙан үс алыу теләге уянды. Уға бөтә дөрөҫлөктө һөйләп, атаһының улы алдында ысын йөҙөн асаһы килде. Тик нисек? Мин һине осраҡлы бер егеттән, поезда ... тип һөйләй алмай бит инде. Ул әйтмәһә, Закир һөйләп бирәсәк... Балаға бер юлы ике “удар” буласаҡ. Улы ҡайғыһынан үҙ-үҙенә ҡул һалһа, наркоман булып китһә... Динәнең башы ярылырҙай булып ауыртты. Ул башын ҡулдары менән ҡыҫып тотоп:
-Туҡта, Динә, һин дөрөҫ уйламайһың! Тик торғанда балаңды харап итеп ҡуйыуың бар! – тип үҙен тынысландырырға тырышты. Йөрәк дарыуы эсеп, башына һалҡын һыуға манып, таҫтымал бәйләне. Ул ундай етди мәсьәләләрҙе үҙе сисеп өйрәнгән инде.
-Бөгөн түгел, ашығырға ярамай, һуңыраҡ күҙ күрер, - тине, үҙ-үҙен ҡулға алып. Ғүмере буйы түҙеп, балаһын бөтә нәмәнән ҡурсалап, ҡәҙерләп үҫтерҙе бит ул уны. Кемдәндер үс алам тип... Юҡ, юҡ, нисек булған бөтәһе лә шулай ҡалһын... Баламдың тыныслығы миңә бөтә нәмәнән дә ҡиммәтерәк, - тип, уйының осона ҡалын нөктәһен ҡуйҙы аҡыллы ҡатын. Минең бәхетем булманы, ә улым икебеҙ өсөн дә бәхетле булырға тейеш, Динә! – тине ул, үҙ-үҙенә өндәшеп.

Тәҙрә тупһаһында күпме урам күҙәткәндер Динә, көтмәгәндә телефоны шылтыраны. Сәғәтенә күҙ һалып алды. Төнгө ике. Кем булырға мөмкин. Закир ине был. Ҡыҙыҡ, онотҡанда бер шылтыратҡан кешегә, төнгө икелә, нәмә кәрәк булды икән?
-Хәлдәрең нисек? Бына һинең турала бик ҡурҡыныс төш күреп, һалҡын тиргә батып уяндым...
-Борсолма, бөтәһе лә яҡшы, Аллаға шөкөр. Ҡурҡытҡаным өсөн ғәфү ит,- тип әйтәйемме икән?..
-Юҡ, әйтмә! Йылы тауышыңды ишетеүемә шатмын. Ауырыма, үҙеңде һаҡла йәме! Мин, эшкинмәгәнде, ғәфү ит!
-Ярай. Һин дә...
- Ҡарале, Динә, кисә миңә Гизәр исемле ир уҙаманы шылтырытты. Һиңә сәләм тапшырҙы. Телефоныңды бирәйем тигән инем, миндә бар, тик уның минең менән һөйләшәһе килмәй тине.
- Ни йомошо төшкән?
- Булат минең дә улым икәнен белә микән ти?..
- Бына һиңә кәрәк булһа... Ғүмере буйы иҫенә лә төшөрмәгән улы ни нәмәгә кәрәк булған уға?
- Дауаханала ятам, ғәфү үтенәһем килә... Китеп барһам оло үкенесем булып ҡалыр, ти.
- Уның атаһы, Закир, һәр ваҡыт һин булдың... Әллә ни шәп атай булмаһаң да түҙемлегеңә рәхмәт...
- Ә һин беләһеңмә, Динә, бында бит таяҡтың ике башы бар. Беренсеһе: миңә бер кем дә “тоҡомһоҙ”тип, ә Булатҡа уйнаштан тыуғанһың, - тип әйтә алманы. Был беҙҙең генә сер. Быны Булат баштан белде... Шуға күрә һин дә ҡаңғырып йөрөмә! Бөтәһе лә беҙ уйлағанса килеп сыҡты... Һәр кемдә лә бер сер була. Һаҡлай белер генә кәрәк.
Телефондың икенсе осонда бер аҙ тынлыҡ булды ла, бәйләнеш өҙөлдө. Ә йыраҡта офоҡ сите асылып, яңы көн күҙен асырға әҙерләнә. Иң тәмле йоҡо ошо ваҡытта була ла инде ул!
4256

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
Рекламный баннер 300x100px right1
Рекламный баннер 300x100px right2
Рекламный баннер 300x100px right3
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock