18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

#Ассинскаябиблиотека#ЦБСБелорецк

08:37 12.03.2021 16+
#Ассинскаябиблиотека#ЦБСБелорецк

Ярулла Носратулла улы Вәлиев 1921 йылдың 10 мартында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Бикмырҙа ауылында тыуған.

Үҙ ауылында башланғыс, күрше Үктәйҙә ете йыллыҡ мәктәпте тамалағандан һуң Өфө ҡалаһындағы Баһау Нуриманов исемендәге педагогия рабфагында уҡый.


1940 йылда Өфөләге уҡытыусылар белемен камиллашырыу институты ҡарамағындағы педагогик курстарҙы тамамлай.

1940 йылдан Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡытыусы, һуңынан РОНО-ла инспектор булып эшләй.

1941 йылда «Еңеү юлында» (хәҙерге «Таң») гәзитендә тәүҙә яуаплы сәркәтип (секретарь) була, ә 1942 йылдан яуаплы редактор вазифаһын тапшыралар.

1944 йылда ВКП(б)-ның Бөрйән районы комитетының бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә.

1946 йылда ВКП(б)-ың Башҡорт өлкә комитеты ҡарамағындағы бер йыллыҡ партия мәктәбендә белем ала. Шул уҡ йылда ситтән тороп К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтты тамамлай.

1946—1947 йылдарҙа «Большевик» (хәҙерге «Йүрүҙәнь») гәзитендә яуаплы редактор була.

1947 йылдан «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитендә бүлек мөдире һәм әҙәби хеҙмәткәр вазифаһын алып бара. 1949 йылда «Ҡыҙыл таң» гәзитендә эшләй.

1950—1954 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре була.

1955 йылда « Ленин юлы» (ныне «Туймазинский вестник») гәзитендә бүлек мөдире, ә 1956 йылдан «Нефтяник Башкирии» гәзите хеҙмәткәре була.

Ярулла Вәлиев күп прозаиктар кеүек әҙәбиәткә шиғырҙар яҙып аяҡ баҫа.

1938—1941 йылдар арауығында республика ваҡытлы матбуғатында уның исем-шәрифтәре менән баҫылған шиғырҙарын йыш осратырға була.

1947 йылдан журналистикаға ныҡлап тотона. 1963 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Үҙебеҙҙең кеше» исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы, 1965 йылда «Хәйерле иртә, Исмәғил!» повесы айырым баҫма булып сыға.

Әҫәр әҙәбиәт һөйөүселәр, бигерәк тә мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

1970 йылда — «Бөркөттәр оя ташламай» романы, ә 1976 йылда «Һин минең берҙән берем» повесы донъя күрә. Әҙип әҫәрҙәренең төп геройҙары — ергә ереккән хеҙмәтсәндәр.
4614

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock