#ЦБСБелорецк Йырлы - монло ижад.
Показать полностью...Сафуан Әлибай, Әлибаев Сафуан Әфтәх улы (21 февраль 1941 йыл — 6 июль 2014 йыл) — башҡорт шағиры һәм журналисы, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы, 1978 йылдан — КПСС ағзаһы, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1986), Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы диплом эйәһе (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011), Салауат районының почётлы гражданы (2015, үлгәндән һуң).
Сафуан Әфтәх улы Әлибаев 1941 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Тирмән ауылында тыуған. Урта белем алғандан һуң, колхозда, тимер юлында эшләй, күрше Ҡалмаҡҡол (хәҙер — Мөрсәлим) ауылында китапханасы була. Артабан ул Салауат районының «Ленин байрағы» гәзитенә әҙәби хеҙмәткәр итеп саҡырыла. 1966 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Сафуан Әлибай күп йылдар «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында эшләй: бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, мөхәррир була. 1995—1998 йылдарҙа ул Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы директоры, 1998—2002 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире булып хеҙмәт итә.
Сафуан Әлибаев – «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитендә иң оҙаҡ эшләгән мөхәррир. Был баҫмаға хеҙмәт итеүгә ул үҙенең егерме бер йыл ғүмерен арнаны. Шуның туғыҙ йылын (1977 – 1986) ул гәзиттең баш мөхәррире вазифаһында ең һыҙғанып эшләне, гәзиттең тиражын да, уҡымлылығын да күтәрҙе.
Сафуан Әфтәх улы эшләгән осорҙа «Башҡортостан пионеры» гәзитенең балалар менән, йәш һәм башлап яҙыусы авторҙар менән бәйләнеше көсәйҙе. Гәзит янында «Йәш хәбәрселәр мәктәбе» асылыуы был эште даими юлға һалыу, профессионал журналистиканың иң тәүге «нигеҙ таштары» менән таныштырыу, хәбәрҙәр яҙыуҙа үҙ көсөңдө һынап ҡарау кеүек мауыҡтырғыс саралар үткәреүҙә бик ҙур этәргес көс булды. Танылған яҙыусылар, тәжрибәле ҡәләм эйәләре Мөкәрәмә Садиҡова, Факиһа Туғыҙбаева, Зөһрә Ҡотлогилдиналарҙың фиҙакәр хеҙмәте арҡаһында «Йәш хәбәрселәр мәктәбе» һүнмәне лә, ябылманы ла, киреһенсә – яңынан-яңы әллә күпме быуын хәбәрселәре тәрбиәләнде, оло юлға сыҡты.
Замандаштары, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре Сафуан Алибаевты йырсы тип тә белә ине. Мәҫәлән, журналист һәм шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина уның менән бергә эшләгән йылдарын бына нисегерәк иҫкә алды: «Иң беренсе иҫкә төшкәне: уның йырлай-йырлай эшкә килгәне. Лифттан сыҡҡас та коридорҙың теге башынан көйләй-көйләй үҙенең бүлмәһенә үтеп киткәненән беҙҙең дә кәйефтәр күтәрелә: тимәк, эш көнө һәйбәт үтәсәк. Әле ошо хаҡта яҙып ултырғанда уйлап, аптырап ҡуям. Кеше тормошонда бит төрлө хәлдәр була: иртән гел йырларлыҡ кәйефте нисек тапҡандыр?! Ә, бәлки, шулай ҡыйын саҡта ла йыр менән үҙенең күңел торошон ыңғайға көйләгәндер... Сафуан ағай үҙе лә бик матур йырлай ине...»
Шағир йыр-моңға мөкиббән ғашиҡ кеше була. Ул йырларға ныҡ ярата, бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле итеп башҡара. Сафуан Әлибаев башҡарыуында тиҫтәләгән йыр бөгөн Башҡортостан радио һәм телевидениеһының фонотекаһында һаҡлана.
Уның көйө килеп торған бик күп шиғырҙарына композиторҙар йырҙар яҙҙы. Әле лә сәхнәләрҙән, радио тулҡындары аша яңғырағандары (Заһир Исмәғилев, Рим Хәсәнов, Роберт Ғәзизов, Роза Сәхәүетдинова, Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Артур Туҡтағолов һәм башҡаларҙың көйҙәре) башҡорт эстрада йыр сәнғәтенең быуындан-быуынға күсер ҡаҙаныштары булып тора.
Сафуан Әлибаев күберәк лирик поэзия өлкәһендә эшләне. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәткә арналған бик күп шиғырҙары һәм йырҙары киң танылыу тапты.
Шағир балалар әҙәбиәтендә лә әүҙем була, тәржемә менән шөғөлләнә. Ул "Башҡорт балалар антологияһы"ның икенсе китабын төҙөп сығарған. Александр Пушкин, Рәсүл Ғамзатов һәм башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән.
Башҡорт әҙәбиәтендә журналист, шағир, йырсы, драматург Сафуан Әлибаевтың яҡты эҙе ҡалды. Ғәзиз халҡы, туған теле өсөн ул арымай-талмай хеҙмәт итте, ваҡыт һынауын үтерлек шиғырҙар, йырҙар, әкиәттәр ҡалдырҙы.
Оставить сообщение: