Халҡыма мөрәжәғәт!
00:25 11.11.2023 16+
Халҡыма мөрәжәғәт!
Һуңғы ваҡыттарҙа башҡорт ауылдарында эскелек көсәйә, тигән хәбәр ишетелә.
Россияла борон Елезавета батша аҙым һайын араҡы кибеттары астырған, тиҙәр. Ниңә улай күп кибет, ниңә араҡы күп һатыла? - тигәс, ул йәшереп тормай әйткән:
- Иҫеректәр менән управлять итеүе еңел! - тигән.
Яңы сыҡҡан современный киноларҙы ҡараштырам, гел эскелек. Ҡатындар ҙа, хатта йәш ҡыҙҙар ҙа эсә. Ҡайҙа барһалар ҙа, ни эшләһәләр ҙә ҡулдарында бутылка, рюмка, араҡы. Башта был хәлгә аптырай инем, хәҙер аңланым: был беҙҙең халыҡты эскелеккә батырып, илебеҙҙе тартып алыу өсөн махсус эшләнелә. Аҙым һайын магазин, аҙым һайын араҡы һатыла.
- Эсегеҙ, эсегеҙ!Рәсәй иленең эскеселәр иле тигән даны таралған. Әйҙә эсеп, аҡылығыҙҙы юйып, тәгәрәшеп ятығыҙ. Ә ул арала беҙ һеҙҙең ерҙәрегеҙгә хужа булып алырбыҙ. Беҙгә ҡол булырға риза булһағыҙ йәшәрһегеҙ. Теләмәһәгеҙ, ни эшләтергә белербеҙ, - тип сәпәкәй итә беҙҙең бай еребеҙгә күҙе ҡыҙған сит ил баҫҡынсылары.
Эйе, иҫеректәр менән рәхәт хужаларға етәкселек итеүе. Иҫереккә диңгеҙ тубыҡтан. Алкаш бер ярты араҡы өсөн үҙенең әсәһен һатып ебәрер. Ғаиләһен дә уйламаҫ.
Эй, башҡорттар, аңығыҙға килегеҙ! Тыуған еребеҙҙе, илебеҙҙе, ғаиләләрегеҙҙе араҡыға алыштырмағыҙ!!! Илһеҙ ҡалып, сиғандар хәленә ҡалып, илдән илгә хәйерселәп йөрөргә итәһегеҙме ни? Һеҙҙең эсеүегеҙ бит дошмандарға шатлыҡ. Нисек шуны аңламайһығыҙ?
Мин яҙыусы. Әүлиәләребеҙ хаҡында меңәрләгән китап сығарған хажиәмен.Зинһар, минең һүҙемә ҡолаҡ һалығыҙ!. Иртәгәнән башлап ҡулына араҡы тотҡан бер башҡорт булмаһын!!!. Айыҡ йәшәү юлына баҫайыҡ. Аллаһтың инселәп биргән ожмахтай ерендә маҙрап йәшәйек! Ата-бабалар мираҫ итеп ҡалдырған ошо изге ерҙең хужалары ҮҘЕБЕҘ булайыҡ. Ғаиләләр ҡорайыҡ, балалар үҫтерәйек. Бына шулай: ИРТӘГӘНӘН БАШЛАП ЭСКЕЛЕКТЕ ТУҠТАТАБЫҘ!
Оставить сообщение: