Хәйҙәр ТАПАҠОВ. "Биртек".

...– Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала. Ауыр саҡта һеҙгә көнөң ҡалмаһын инде! – Хәмдениса үпкәләгәндәй теҙҙе. – Ярай, үҙем генә ҡыялырмын, бынан булмаҫтайға оҡшай. Ҡана, сеүәтәме, туҫтаҡмы бир ҙә!
– Тороп тор, мин дә һинең менән... – Ҡабаланып урынымдан ҡалҡтым.
– Күптән шулай тиҙәр уны!
Йәһәт кенә билләп тегелгән сатин бишмәтемде, табанлы быймаларымды кейҙем, муйыныма кәзә дебетенән бәйләнгән шарфты ураным, кәпәсемдең ҡолаҡсынын төшөрөп бәйләнем, кәрәк булырын һиҙемләп, арҡама биштәр аҫтым.
– Оҙаҡлап бызмырҙамағыҙ, тышта бит күҙ асҡыһыҙ. – Әхирәтенең этеп алып барыуына бирешкән әсәйем ризалашҡандай итте. – Бәйнәтемде һалдым. Һин дә, Хәмдениса, эт яманы буранда ҡоторған, тигәндәй, ваҡытһыҙ ҡуҙғыйһың. Һәр йортто теүәлләп ыҙаланғансы, беҙҙең тирәне генә ҡыҙырығыҙ ҙа…
– Үҙебеҙ беләбеҙ! – Әйтелгәндәр артыбыҙҙан ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалды.
Ҡарлы өйөрмә шундуҡ һалҡын ҡосағына сорнаны: тын алырмын тимә, үткер ҡар бөртөктәре ауырттырып биткә бәрелә.
Өйҙәр ҡыйығына ҡәҙәр көрткә сумған, тәҙрәләренең өҫкө өлгөһөнән йызылдаған шәм яҡтыһы ғына күренә. Әле сағыштырмаса иртә булыуға ҡарамаҫтан, күптәр ут та ҡабыҙып тормаған, йоҡлайҙар. Ян-тирәне япҡан ҡар шаршауында, булмышты томалай барған эңер ҡуйылығында тағы ни ҡылһындар инде. Юҡтың көнөндә ай-йондоҙҙар күренеп ҡалһа ла, күңеллерәк булыр ине, бәлки.
Сыуаҡтауға ике йыл элек электр үткәрҙеләр. Бүлексә көсө менән урам буйына ҡарағай бағаналар ултыртылып, сым һуҙып сығылды ла, йылы урын әтмәләп, шунда тракторҙың дизель двигателе урынлаштырылды. Башланған эш – бөткән эш, башҡа ваҡ хәстәрҙе һәр йорт хужаһы үҙ өҫтөнә алды. Теге өкәлтәкте әллә ни күреп электр станцияһы тип атайбыҙ хәҙер, көн әйләнәһенә булмаһа ла, төн уртаһына ҡәҙәр яҡтыла рәхәтләнәбеҙ. Әгәр берәйһе туй уҙғара ҡалһа, халыҡ өсөн көтөп алынған хөрриәткә әүерелә: өйҙәрҙә ут таңға ҡәҙәр һүндерелмәй. Был ярҙам, изгелек өсөн иң тәүҙә, башҡаларға йәүкәләмәҫ борон уҡ, ҡәҙерле ҡунаҡ итеп электрик Сәлмәнде хәләл ефете Сәлимә менән парлап саҡыралар һәм тегеләрҙе төп ҡоҙаның эргәһенә, урындыҡ түренә, ҡушарлатып ултыртып ҡуялар. Төп иғтибар уларға күрһәтелә, алдарына ҡаҙы-ҡалъя, башҡа аҫыл һый өйөлә. Шул саҡта инде, әйҙә, өс көн барышында килен төшөрөп йә ҡыҙ оҙатҡансы ирәүәнләп, кинәнеп байрам ит! Әгәр двигатель ваҡытынан алда тырылдауҙан туҡтай икән, уның да юрауға юш килгән ғилләһе бар: тимәк, Сәлмәнгә туй оҡшамаған, тейешле ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелмәгән һәм ул мөрхәтһенмәй табынды ташлап, үсегеп ҡайтып киткән. Ни ҡылһындар, төп ҡоҙалар кәпәс һалып электриктың артынан барырға мәжбүр, ә теге үпкәһен онотоп яҙыламы, ғәфү итәме, әллә юҡмы – уныһы инде икенсе мәсьәлә. Көн торошо саҡ ҡына үҙгәреп, елләй башлаһа, ял итеп алырға һылтау-сәбәп эҙләгән ялҡау Сәлмән эшенә сыҡмай ҙа ҡуя. Ошо хаҡта иҫкәрмә яһаусыларҙы ул, техника хәүефһеҙлеге тигән фәнде белмәйһегеҙ, сым өҙөлөп, ҡыҫҡа замыканиенан янғын сыҡмаһын, йә берәйһен ток һуғып ҡуймаһын тип һеҙҙе ҡайғыртыуым, тип битенән алып ҡыҙҙыра ла сығара. Әле тау битләүендәге өйҙә хәстәрлекле Сәлмән иҙрәп йоҡлай, ауыл да дөм ҡараңғыға сумған.
Картуфлыҡтарға терәлеп тиерлек ҡарайып ҡалҡҡан урман яғынан ишетелгән ел уйнауына асырғанып, үҙәләнеп олоу ҡушылды. Аслыҡтан алйыған бүре өйөрҙәре, ҡурҡыу-өркөүҙән яҙып, иртә яҙҙа ауылдарҙы баҫа, ғәҙәттә, ҡураға төшөп, малды тамаҡлайҙар. Юлда ҡалған йәйәүлене лә ҡамайҙар ҡайһы саҡ. Ярай әле оло фажиғәгә тарығандары юҡ, илла-алла менән ҡотола киләләр. Берҙән-бер ҡоралымды – ҡулымдағы таяҡты – ҡыҫа биреп ҡуйҙым.
– Ҡайҙа барабыҙ? – Ҡарлы ел һорауҙы ҡолаҡсыныма килтереп һыланы.
– Әсәйем ошо тирәлә, тине лә…
– Биртек теүәл ҡырҡ мөрйәнән йыйыла, бик белгең килһә! Теге баштан башлайбыҙ! – Еңмеште еңеп булмаҫын аңлағанлыҡтан, кәүҙә ышығына боҫоп, күндәм генә эйәрә төштөм. Былай барыу ҡулай: әсе ел битте сикәләмәй, түбәне төйгөсләмәй һәр хәлдә. Ә башымды кипсәлдергән, маңлай тапҡырына, ҡолаҡсындарына босҡаҡтай ғына яһалма йөн ишараты беркетелгән бумазый кәпәс йылы ла тотмай, һалҡындан да һаҡламай. Урам уртаһынан һалынған сана юлын йәйәүле буран кисә үк һепереп тигеҙләп ҡуйғайны, бөгөн тағы өҫтәп бураған. Аҡ даръяла йөҙөп тиерлек барабыҙ. Балтырҙы өшөттөрөп, быймаларға ҡар тулды.
Ҡоймаһы тотошлайы менән көрткә сумған, кәртә бағаналарының остары ғына сосайып күренгән, тәҙрә быялаларын ҡарлы боҙ япҡан йорт яғына ҡайырылдыҡ. Яҡынлауыбыҙҙы һиҙгән сәүек ситән солан эсендә ләңкелдәп ҡуйҙы ла, йөрөйһөгөҙ көн торошо боларғанда маҙаһыҙлап, тигәндәй тынып ҡалды.
– Әхмәтхан ағайҙар үҙҙәре күмәк, борсомайыҡмы әллә? Тағы малайҙары ҡыҙылсанан ята. – Ғабдулла – минең класташым. Ай тирәһе инде ауырый, мәктәптә күренгәне юҡ. Ғаиләләре ишле: береһенән–береһе бәләкәй ун бала. Әхмәтхан ағай бүлексәлә төрлө эштә йөрөй. Төрлө, тигәне – ҡайҙа ебәрәләр, шунда бара. Уҫлаптай кәүҙәле ысын ир булһа ла, ул һәр ҡушҡанды һүҙһеҙ башҡара, баҫымсаҡ, тешекмә. Ә йоҡа кәүҙәле, бәләкәй буйлы, хәрәкәтсән ҡатыны Райхана апай – мәктәптә йыйыштырыусы.
– Күмәк булһалар ҙа, килер ҡунаҡҡа күңелдәре киң уларҙың, һый-хөрмәткә балыуандар! – Ямаулы бейәләй эсенән сыҡҡан йоҙроҡ ышаныслы, талапсан итеп соланға инеүгә ҡаршылыҡ рәүешендә ҡатылған ҡалын таҡталарҙы дөбөрҙәтте.
Эстә биниһая ваҡыт өндәшеүсе булманы, шунан бер аҙҙан ихатаға ҡараған тәҙрә уйымдарына яҡтылыҡ осмото ҡунғас, имсәк бала тамаҡ ярып тызылдап ебәрҙе, уға майһыҙ күгәндең сыйылдап ыңғырашыуы ҡушылды.
https://www.ozon.ru/seller/kitap-43456/products/?mini..https://www.wildberries.ru/seller/695512
Оставить сообщение: