Дуҫтарым -ҡанаттарым! Көн дә почтаға йөрөйөм, алдан уҡ аҡса күсереп, "ҠАТЫНДАР"ҙы нәшер итеүгә аванс индерергә мөмкинлек биреүселәргә китаптар оҙатам. Мәшәҡәтле лә был, ҡыуаныслы ла!
22:33 16.08.2023 16+
Дуҫтарым -ҡанаттарым! Көн дә почтаға йөрөйөм, алдан уҡ аҡса күсереп, "ҠАТЫНДАР"ҙы нәшер итеүгә аванс индерергә мөмкинлек биреүселәргә китаптар оҙатам. Мәшәҡәтле лә был, ҡыуаныслы ла! Ауылдарҙа китап сауҙаһы юҡ бит, Өфөгә лә килә һалып булмай... Әҙәбиәт һөйөүселәргә яңыраҡ донъя күргән ҺАЙЛАНМА ӘҪӘРҘӘРемде лә тәҡдим итәм. Китап - мәҙәниәт ҡаҙанышы, зиһен емеше, йөрәк аһәңе, хыял осошо, ә нәфис әҙәбиәткә ылығыу иһә зыялы шәхестең күңел талабы.
Рәхмәтлемен Һеҙгә, рухташтарым!
ИҒТИБАРЫҒЫҘҒА: 1). ОШО фотоларҙағы китаптарҙы почта аша һала алам, сөнки ижад емештәремдәң төпкөл ауылдарға ла барып етеүе миңә бик тә мөһим! 2).БЫЛ КИТАПТАР Өфөлә Башҡорт китабы (Октябрь проспекты,2), Эдвис һәм Өфөлә, республикала күп кенә ҡала,
ҡасабаларҙа эшләгән Планета китап магазиндары селтәрендә һатыла. 3).ӨЙӨМДӘН (С. Перовская урамы)
килеп алырға ла була, уҡыусыларым өсөн ишегем һәр саҡ асыҡ! ИҪКӘРМӘ: Заказ биреүселәр өсөн автор хаҡы үҙ көсөндә ҡала.
Оставить сообщение: