



22:30 01.10.2023 16+




Ҡәҙерле Ололарыбыҙҙы ысын күңелдән - ОЛОЛАР КӨНӨ менән ҡотлайбыҙ!
Ауырымай, һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең,бүлә-бүләсәләрегеҙҙең изгелеген күреп бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын һеҙгә!
Йылдар үтә тиеп борсолмағыҙ
Йылдар үтеү бер ни тугел ул
Һау сәләмәт булып оҙаҡ йәшәү-
Үҙе бәхет,үҙе шатлыҡ ул!!!
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе
Һәр көнөгөҙ үтһен шатлыҡта
Йәшәү йәме,донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә тормошта
Олоғаям, тимә, әле
Тән яраһы уңала ул,
Уңалмай йән яраһы.
Төҙөкләнә һикәлтәләр,
Тигеҙләнмәй һырҙары.
Олоғаям, тимә әле,
Күреп һары япраҡтар.
Көҙҙәрендә ҡабатлана,
Йән йылытыр шат көндәр!
Ҡартайырға ашыҡмасы,
Һин, һаман да йәш - “ҡайын”!.
Бергәләшеп көйләйексе,
Япраҡ моңон, көз йырын.
Буятылған сәстәргә лә,
Яуырҙар ап-аҡ ҡарҙар.
Ғүмер көҙөнә инһәк тә,
Йәшнәп, йәшәр йәйҙәр бар.
Раушан Хазиәхмәтов
Оставить сообщение: