18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

Миләүшә Ҡаһарманованың "Зәңгәр төймә"һе

22:13 22.09.2023 16+
Миләүшә Ҡаһарманованың "Зәңгәр төймә"һе

Миләүшә Ҡаһарманова бөгөнгө башҡорт прозаһының популяр авторҙарының береһе. Уның әҫәрҙәре ҡағыҙ вариантта ла, электрон юлдар менән дә уҡыусылары араһында танылыу тапҡан. "Зәңгәр төймә" тип аталған өр-яңы йыйынтығында ла сағыу ижад өлгөләре тупланған.

Китапҡа өс повесть һәм тиҫтәнән ашыу хикәйәләр индерелде. Уларҙың һәр береһендә үҙенсәлекле геройҙарҙың яҙмышы ҡыҙыҡлы сюжеттар менән үрелеп бирелә. Халҡыбыҙҙың тарихи үткәне лә ("Ут хәтере"), бөгөнгө көнө лә ("Вахта"), мөхәббәт эпопеяһы ла ("Мәскәү тигән баш ҡала"), фольклор мотивтары ла ("Зәңгәр төймә") яйлы ғына урын тапҡан бында.

Һәр береһе уҡыусы күңелендә дауыллы хис-тойғолар уятып, илатып-көлдөрөп, унан йәндә өмөт, яҡты киләсәккә ышаныс ҡалдыра ла кеүек. Быға авторҙың бай, һутлы, бер аҙ мәрәкәсел теле лә булышлыҡ итә. Иң мөһиме - кешеләрҙең рухи булмышы бар.

www.kitap-ufа.ru

4332

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock