18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

Билдәле яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың тыуыуына 95 йыл

19:51 06.03.2023 16+
Билдәле яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың тыуыуына 95 йыл

Фәрит Иҫәнғоловтың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның беҙҙә нәшер ителгән китабына "Алтынбикә", "Зөһрә", "Хөмәйрә", "Фәниә", "Мөхәббәт менән осрашыу" исемле повестары һәм бер нисә хикәйәһе индерелде.
Показать ещё
Фәрит Иҫәнғоловтың әҫәрҙәрен уҡығанда геройҙарҙың янында эйәреп йөрөп, ваҡиғаларға башкөллө сумаһың, улар бар төҫтәре, кисерештәре менән күҙ алдына ысынбарлыҡ булып килеп баҫа.

"...Йәнғәле Эльвираға Тәнзилә хаҡында белгәндәрен әйтте, ашханаға ингәс, уны күрһәтте. Теге ҡатынға төплө характеристика бирергә Эльвираның үҙ яурыны аша һирпелеп уға бер минуттай ҡарап тороуы етте:
- Дама печального образа. Бик аҡыллы ҡарашлы. Һөйкөмлө. Тик уның яҡыны булыу күңелһеҙҙер. Ундайҙар ирҙәргә тиң иптәш була алмай. Көсһөҙөрәк характерлы ғашиҡ ир уның ҡоло була. Ә көслө характерлы иргә тура килһә, үҙе ҡол булырға әҙер.
Солтанов ҡыҙ әйткәндәрҙең нимәһе менәндер килешмәне. Тик ҡаршы төшөргә һүҙ тапманы.
Өндәшмәй генә ашау менән мауыҡҡан арала, Эльвира ҡапыл ғына үҙ алдына көлөп ебәрҙе.
- Ни булды һиңә?
- Ҡыҙыҡ, - тине ҡыҙ, шым ғына көлөүендә булып. - Мин һине, доцент, уның янына ҡуйып ҡараным.
- Һы. Йә, ни рәүешле итеп күрҙең?..

Был повестың дауамын "Мөхәббәт менән осрашыу" исемле китаптан уҡып белергә мөмкин.

И. Йосопова.

#Китап_нәшриәте
#Фәрит_Иҫәнғолов
#проза
#хикәйәләр

https://www.ozon.ru/product/vstrecha-s-lyubovyu-58473..

5171

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock