1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө менән!
Яҙҙың тәүге көнөндә билдәләнгән был милли байрамда бары тик изге теләктәр генә теләйһе килә. Башҡорт ғаиләләре артып торһон, ғаилә ҡиммәПоказать ещёттәрен һаҡлап, татыулыҡта, именлектә ғүмер кисерергә насип булһын! Һәр бер йортто сабыйҙарҙың бәхетле шат тауыштары биҙәһен!
Ғаилә – ул беҙҙең Ватаныбыҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө. Беҙҙең тыуған илебеҙ бәхетле ғаиләләрҙән тора. Татыу ғаилә – ил тотҡаһы, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр. Һәр ваҡыт шундай татыу, берҙәм, эшсән ғаиләләр илебеҙҙең тотҡаһы, биҙәге булһын.
Ғаиләм – ҡәлғәм.
Был тормоштоң ялҡынынан,
Буранынан, һалҡынынан,
Ҡоролоғо, ташҡынынан,
Бысрағынан, юшҡынынан,
Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм –
Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм!
Бында мине һәр кем аңлай,
Эс серемде һәр кем тыңлай,
Көрәштәрҙән арып-талған
Хәнйәр-йәнгә ғаиләм – ҡындай,
Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм –
Яҡындарҙан яҡын ғаиләм!
Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш,
Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш,
Шатлыҡтарым – уртаҡ шатлыҡ,
Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ,
Яҡлай мине изге ҡәлғәм –
Ышаныслы, татыу ғаиләм!
Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бында ярҙам, изге теләк,
Бында һөйөп тибә йөрәк,
Имен булһын ғәзиз ғаиләм –
Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм!
Фирүзә Абдуллина.
Ғаилә - ул усаҡ, йылылыҡ, яҡтылыҡ;
Ғаилә - ул дуҫлыҡ, татыулыҡ, яҡшылыҡ;
Ғаилә - ул шатлыҡ, берҙәмлек, туғанлыҡ;
Ғаилә - ул хеҙмәт, уңғанлыҡ, булғанлыҡ;
Ғаилә - ул байлыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәт;
Ғаилә - ул табышмаҡ, борсоу һәм мәшәҡәт;
Ғаилә - ул бәхет, хыял һәм мөхәббәт;
Ғаилә - ул йәшәйеш, шәфҡәт һәм мәрхәмәт;
Ғаилә - ул бәлә , беренсе аҙымдар;
Ғаилә - ул байрам, күңелле сығымдар;
Ғаилә - ул тормош, үпкә һәм талаштар;
Ғаилә - ул бер фән, күп төрлө ҡараштар;
Ғаилә - ул бөтөнлөк, тигеҙлек һәм хөрлөк;
Ғаилә ныҡ була , ныҡ булһа тик ерлек.
#ЦБСБелорецк
Оставить сообщение: