18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

#ЧитаемНазараНаджми#ЦБСБелорецк#КультураБелоречья Ижад ынйылары. Асы ауылы китапханаһы

01:32 20.02.2023 16+

#ЧитаемНазараНаджми#ЦБСБелорецк#КультураБелоречья

Ижад ынйылары.

Асы ауылы китапханаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры ,Показать ещё СалауатЮлаев премия лауреаты шағир, драматург һәм һуғыш ветераны Назар Нәжмиҙең тыуыуына 105 йыл тулыу уңайы менән"Ижад ынйылары" исемле әҙәби - музыкаль кисә үткәрҙе. Кисә
Белорет ҡалаһының Дауыт Юлтый исмендәге модель китапхана тарафынан ойошторолған "Уның шиғырҙары башҡорт әҙәбиәтенең алтын хазинаһы" исемле район әҙәби марафон сиктәрендә уҙғарылды.
Кисә Назар Нәжмиҙең һүҙҙәренә Рим Хәсәнов көй яҙған " Һин ғүмер ағыштарым " исемле йыры менән башланды. Китапханасы Йомағолова А. Ә. шағирҙың биографияһы тураһында һөйләне. Уҡыусылар шағирҙың шиғырын яттан һөйләп тә, уҡып та ишеттерҙеләр. Назар Нәжмиҙең шиғырҙарында бик йыш осрай торған ер темаһы тылсымлы һүҙ кеүек. Уның поэтик палитраһында иң төп буяуҙыр моғайын. Шағирҙың "Ҡайын", " Ҡайтманығыҙ тыуған ерҙәргә", "Һаумы Ауылым", " Тәүге ҡар"
, "Уйланыуҙар" шиғырҙары яңғыраны.
Назар Нәжмиҙең ижады мәктәп программаһына керетелеп әҙәби уҡыу дәресендә лә өйрәнелә.
Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Октябрь Революцияһы ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрак ордены менән наградлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. РСФСР дәүләт премияһы һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. 1993 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелгән.
Назар Нәжмиҙең байтаҡ китаптары Мәскәүҙә һәм Өфөлә рус телендә баҫылып сыҡҡан.

Назар Нәжми выждан һәм тәрән аҡыл тойғоларын уятҡан ҡыҙыҡлы драматург булараҡ та сығыш яһаған. . Уның: «Яҙғы йыр», «Хуш, Хәйрүш», «Саҡырылмаған ҡунаҡ», «Егет егетлеген итә» тигән тәүгә пьесаларын , һуңыраҡ яҙылған «Гармунсы дуҫ», «Күршеләргә ҡунаҡ килгән», «Ҡыңғыраулы дуға», «Әтәмбәй» пьесаларын да тамашасылар яратып ҡабул иткәндәр.Улар барыһы ла Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылғандар.
Назар Нәжми башҡорт уҡыусыһына Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Алишер Навои поэмаларын, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев һәм башҡа донъя кимәлендә билдәле шиғырҙарын туған телендә яңғыратты.
Шағирҙың бик күп шиғырҙарына йырҙар яҙылған. Композиторҙар : Рим Хәсәнов, Заһир Исмәғилев, Нариман Сабитов, Салауат Галин һәм башҡалар көй яҙған."Өфө йүкәләре", Батырҙар йыры" йырҙарының видео таҫмаларын кисә лә ихлас тыңлап ҡаранылар. . "Өфө йүкәләре" йыры хатта Өфө ҡалаһының гимнына әйләнгән.
Кисә азағында китап күргәҙмәһе менән таныштырып үтелде. Шағирҙың ижады үлемһеҙ . Бар яҡтан да талантлы шағир бай һәм һиммәтле ижад ҡалдырған.

Асы ауылы китапханасыһы: Йомағолова А. Ә.

3247

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock