23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!
01:32 24.02.2023 16+
23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!
23 февраль – еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлелек көнө! Тап ошо көндә ир-егеттәр ҙур иғтибар, хәстәрлек үҙәгендә. Ватанды һаҡлау – ысын ир-егеттәрҙең бурысы. Показать ещё
Бөгөн хәрби хеҙмәт үткән һәм хеҙмәт итеүселәрҙең барыһының да байрамы ғына түгел, «ирҙәр көнө» лә, ябай ял көнө генә түгел. Көслө, бойондороҡһоҙ, сәскә атҡан Рәсәйҙе ҡәҙерләгән барыбыҙ өсөн дә был көн айырыуса мөһим. Беҙ геройҙарҙы, именлекте тәьмин итеүселәрҙе хәтерләйбеҙ, беләбеҙ һәм ғорурланабыҙ. Һәр ваҡыт шулай булды һәм һәр ваҡыт шулай буласаҡ.
Ә бөгөн меңәрләгән хәрбиҙәр, мобилизацияланғандар һәм ирекмәндәр – аталарының һәм олаталарының эшен дауам итә – Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлай. Әле фронтта булған һәр кемгә, оло илебеҙҙе һаҡлаған яугирҙарыбыҙға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ!
Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас күңелдән барлыҡ ир - егеттәрҙе ҡотлайбыҙ!
Киләсәктә һеҙгә рух ныҡлығы, барлыҡ эштәрегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!
ҺАЛДАТ ЙЫРЫ
Әнғәм Атнабаев.
Һоро шинель – түҙем шинель
Ҡояштарҙа уңамы?
Һоро шинель кейгән һалдат
Һалҡындарҙа туңамы?
Һалдат шинеле кеймәгән,
Иңгә һалып йөрөмәгән
Һалдат – һалдат буламы?!
Һалдат – һалдат буламы?!
Һалдат баҫып үткән саҡта,
Туҙа юлдың туҙаны,
Туҙһа ла юлдың туҙаны -
Кирза итек туҙамы?!
Һалдат итеге кеймәгән
Оҙон юлдар үтмәгән
Егет – егет буламы?!
Егет – егет буламы?!
Юлдар ҡыйын булған саҡта,
Һалдат туҡтап ҡаламы,
Тәрән һыуҙарға батамы
Һәм уттарҙа янамы?
Һалдат мәктәбе үтмәгән,
Ҡара тирен түкмәгән
Егет – егет буламы?!
Егет – егет буламы?!һ
Оставить сообщение: