Бер туған еңгәһе лә килгән
Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән бәхилләшеү сараһы дауам итә. Унда Мортаза Ғөбәйҙулла улының яҡын туғандары менән аралашыу насип итте. Иң оло еңгәһе Фәрзәнә Сәләхетдин ҡыҙы Рәхимова килгәйне.
- 1955 йылда Рәхимов тарға килен булып төштөм. Тормош иптәшем Гәрәй ғаиләлә иң өлкәне. Бейем һәм ҡайным йортонда биш ғаилә бергә торҙоҡ, һуңПоказать ещёынан айырым йәшәй башланыҡ.
Мортазанан бер йәшкә бәләкәймен. Мин килен булып төшкән саҡта ул техникумда уҡып йөрөй ине. Мортаза шул тиклем беҙгә һәйбәт булды,туғандары өсөн өҙөлөп торҙо. Йыш ҡайтты, утын да әҙерләште, бесән дә сабышты, ҡулынан бөтә эш килә ине. Рәхмәт уға. Беҙ уңың тормош иптәше Луиза менән дә татыу аралашып йәшәнек, әхирәттәр булдыҡ. Башҡортостанды ла күтәрҙе, уны бөтәгеҙ ҙә аңлайһығыҙ инде, - тине Фәрзәнә Рәхимова.
Автор фотоһы.
#Башҡортостангәзите #Башкортостан #новости #рахимов
Оставить сообщение: