18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

ЭНӘЛӘРЕМ, ЕПТӘРЕМ

13:01 17.12.2022 16+
ЭНӘЛӘРЕМ, ЕПТӘРЕМ

Күҙәүле лә булғас, һаплаулы ла
Минең дә энәләрем.
Энәм үткән ерҙән ебем үтә,
Тегеүле төймәләрем.Показать ещё

Өҙөлөп һөйә ебем сәскәләрҙе,
Күңел хистәрен сигә.
Еп ҡамасау бары, оронсоҡ тик
Түҙемһеҙ тегенсегә.

Ебем сыҙай минең ныҡышлыҡҡа,
Уны һөймәҫ сәйлән юҡ.
Башлаған эш, эйе, бөткән эш шул,
Эш ташларлыҡ хәйләм юҡ.

Һүҙем үткән ерҙән үҙем үтәм,
Текмәйем ауыҙымды.
Тура ҡарап яҡты донъяларға
Һаламын ауазымды.

Текмәйем мин муҡса, тоҡтарымды
Бүтәндәр мал тапҡанда.
Хәләл хеҙмәт менән туйынамын
Алдымда еп ятҡанда.

5819

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock