18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

Шағирә , журналист һәм дәүләт эшмәкәре

13:21 30.11.2022 16+
Шағирә , журналист һәм дәүләт эшмәкәре
Йомабикә Ильясова.

Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова (ҡыҙ фамилияһы Аҡъюлова) 1957 йылдың 25 октябрендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Аҡъюл ауылында тыуған. 1974 йылда Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәПоказать ещёге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡырға килә. Уны тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый.

1979—1991 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» республика балалар гәзитендә хәбәрсе, аҙаҡтан редакцияның әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире була.

1991 йылда етерлек тәжрибә туплаған журналист башҡорт телендә яңы сыға башлаған «Йәшлек» кә, баҫманың әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире итеп саҡырыла, һуңынан гәзиттең баш мөхәррире урынбаҫары вазифаһына үрләтелә.

1994—1996 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй.

1996 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» республика ҡатын-ҡыҙҙары журналына яуаплы сәркәтип итеп саҡырыла. 1999 йылда баҫманың баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә һәм был яуаплы вазифала 2013 йылға тиклем эшләй.

Республиканың гәзит һәм журналдарында күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн Йомабикә Ильясоваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән.

2013 йылда икенсе саҡырылыш рәттән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған Йомабикә Ильясова беренсе ултырышта Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәҡдим ителә һәм ошо яуаплы эшкә бер тауыштан һайланып ҡуйыла.

Донъя миңә яңы яраламы,
Түңкәрелеп, ҡупҡанмы ҡиәмәт,
Селпәрәмә килә табынғаным,
Ни ҡәҙерле миңә, нимә ҡиммәт?

Саҡ көн кеүек ҡалҡҡан ят был Ергә
Бар ҡылған да Хоҙай мин – бәндәне,
Яңғыҙлыҡтан үрһәләнер сикте
Сыҡмаҫ өмөт иткән йәнемдәге.

Тирә-яғым – ожмах, төркөм ҡоштар
Алыҫтарға оса, аһ, был осош!
Ерҙә япраҡ яуа, йөрәк арбап,
Яуған япраҡ ғүмер үҙе тотош.

Көҙөн ниндәй донъя яралһын, ти,
Диуана мин, бер диуана һаман.
“Һине аңлар күңел Ерҙә бар!” – тип,
Усыма көҙ бөртөк япраҡ һалған.

Башҡортостан
Оҡшаш урман, тауҙар тәңгәленән
Башҡортостан сиген үткәндә,
Тотош донъя ҡапыл балҡып китә
Барса йәмдәр бында күскәндәй.
Был тупраҡҡа һеңгән халҡым моңо,
Батырҙарҙың эҙе уйылған,
Ямғыр ғына түгел, ул халҡымдың
Күҙ йәштәре менән йыуылған.
Бында торналарға, бөркөттәргә
Халҡым рухы барып ҡушылған,
Үҙ туғанын аяй белмәгәндәр
Саҡ менән суҡ тигән ҡош булған.
Елдәрендә ҡурай тауышы бар,
Ауазы бар унда ҡумыҙҙың,
Айға менеп баҫҡан Зөһрә – ҡыҙы,
Үләнендә – тәме ҡымыҙҙың.
Һәр бер йылға тарих булып аға,
Йөрәк тибеп ҡуя һулҡылдап,
Уҡтың һыуы аша сыҡҡан саҡта
Уҡтай сая һаман тулҡындар.
Был тәбиғәт – башҡорт бейеүендә,
Был тәбиғәт – башҡорт көйөндә,
Күпме гүзәллек һәм мөһабәтлек,
Башҡортостан, һинең йөҙөңдә!

Кеше риза бөтә донъя буйлап
Яратҡанын эҙләп китергә.
Йәки өмөтләнеп килеренә
Тоғро йәрҙәр кеүек көтөргә.

Яңғыҙ ғына йылдар оҙатырға,
Яңыларын ҡаршы алырға,
Хыялдағы изге һөйөүенә
Табынырға, тоғро ҡалырға.

Осратырын белһә.. Тик ул белмәй,
Көтә бары көтә алғанса.
Аҙашып йөрөй ерҙә күпме кеше,
Бер-береһен таба алмайса.

Мылтыҡ кеүек тоҫҡалған да,
Ҡымшанмай ҙа тора ай,
Миңә йоҡо бирмәҫ өсөн
Аптырата ул шулай.
Нисәнсе төн бимазалай,
Күпме түҙергә була.
Ай ҙа, күңел шикелле ул,
Төрлө сәбәптән тула.
Ҡасан ғына кәмер ҙә ай,
Сабыйҙай йыуаш ҡалыр,
Тап шул мәлдә барса донъя
Тыныс йоҡоға талыр.

5180

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock