"Урыҫтарҙың бәләкәй генә балалары ла русса һөйләшә белә икән дә!"
Александр Розенбаум бер сығышында: "Мин һуңғы ваҡытта ниндәйҙер юғары көстәрҙең барлығына ышана башланым. Бына, анекдоттарҙы алығыҙ, уларҙы берәүПоказать ещё ҙә махсус яҙмай, ә улар әллә ҡайҙан барлыҡҡа килә һәм йәшәй", - тип әйтеп ҡуйҙы. Юморһыҙ йәшәп булмай был тормошта. Йәшәп булалыр, ләкин ул йәшәүме икән? Ниндәй генә ауыр ваҡыттар булмаһын, шуҡлығын, шаянлығын юғалтмаған әҙәм балалары. Үтә етди кешеләр ауырыраҡ ҡабул итә шаярыуҙы, хатта аҡылһыҙлыҡҡа һанағандар ҙа юҡ түгел. "Юморһыҙлыҡ аҡылһыҙлыҡҡа тура пропорциональ", ти торғайны билдәле психолог мәрхүм Вадим ағай Сафин. Йәшәйек! Һүҙ Әбйәлил районы Әсхәл Әхмәт-Хужа исемендәге "Йәйғор" әҙәби берекмәһе ағзаларына.
Сәфинә Әхмәтова: Беҙҙең ауылдан бер ағай кәләше менән городҡа (әбйәлилдәр Магнитогорскиҙы шулай атай) картуф һатырға барған. Һатып алыусылар аҙ булғас, ир кеше ҡала буйлап йөрөп килергә булған. Килеүенә байтаҡ кеше сиратҡа баҫҡан. Ҡатыны эргәһенә үтәйем тиһә, мәрйәләр быны үткәрмәй, ти.
- Эй, черномазый, куда лезешь? Оптом покупаете, потом нам же втридорога продаете! - тип әрләп ташлағандар хатта.
- Мин её муж, - тип әйтеп тә ҡараған, үткәрмәгәндәр барыбер.
Ҡарағусҡыл йөҙлө башҡорт булһаң, шулай ҙа була икән.
Исмәғзәм Исмәғилев: Ике башҡорт әлеге лә баяғы Мәғнит урамы буйлап китеп барһа, ҡаршыларына бер негр осраған. Тау институтында уҡыған студент булғандыр, күрәһең. Береһе икенсеһенә әйтә ти:
- Ҡара әле, ҡара, һинән дә ҡарараҡ кеше бар икән дә!
- Үҙеңде бел, - тигән була ти икенсеһе, - уның алдында беҙ ҡарһылыу һымаҡ.
Айһылыу Хәсәнова: Кәртүк тигәндән, беҙҙә бер кеше Ҡәҫтәрәм ағайҙан кәртүк алып, баҙарға киткән. Мәрйәләр картуфты улай-былай әйләндергеләп ҡарайҙар, әммә алырға ашыҡмайҙар икән.
- Ҡайҙан алып килдең, кемдән? - тип төбәшәләр, ти.
Был: "Кастарамский", - тигән икән, "О-о, Кострома", - тип сират баҫып алып бөткәндәр.
Исмәғзәм Исмәғилев: Вьетнамдар цирк эргәһендәге баҙарҙа үҙ тауарҙарын һата башлаған мәл. Урыҫса бөтөнләй белмәйҙәр, ни һораһаң да, "тысяся-тысяся", тип тик торалар. Берәү юрамал: "Давай, за полторы тысяча куплю", - ти. Тегеләр: "Нее, тысяся-тысяся", - тиҙәр.
Сәфинә Әхмәтова: Бер әбей баҙарға һатынырға барған. Тауары шул ауылса инде: йомортҡа, һөт һәм бер әтәс. "Курица почем?", тип һораһалар: "Это не курица, курица дома. Это муж курицы", - тигән була, ти.
Мөнирә Кирәева: Урыҫтар Ирәндеккә күтәрелергә юлды белмәй, көтөүсенән һорашҡандар. Теге ҡапыл ғына ниcек аңлатырға белмәй, "Ирандык надо подымать", тигән дә ҡуйған.
Мөнирә Кирәева: 75-се ҡоролоҡ йылында колхозсылар Украинаға барып, һалам бәйләнеләр. Таҡһырҙан бер ағайҙы бригадир итеп ебәргәндәр. Ашханала, сиратҡа баҫып, үҙ кешеләренә ашарға үҙе алып бирә икән. Аш ебәреп тороусы хохлушка: "Скильки вам?", - тип һорай икән. Аптырауға ҡалған ағай: "Мне без кильки", - тип яуаплаған. Ҡатын тағы һораған. Яуап шул уҡ. Сират ҙур, тиҙерәк ебәрер кәрәк. "Ну, скильки вам?", - тип тауыш күтәргәс, ағай: "Ладно, айда, с килькой", тип яуаплаған.
Айһылыу Хәсәнова: Ун йыл элек урыҫтарҙан ҡоҙоҡ ҡаҙҙырабыҙ. Төшкә тауыҡ бешерҙем. Урыҫ тотто ла: "Это гусь?"- тип һораны. "Нет, птица", - тинем. "Курица - не птица", тигәнде ишеткән бар бит инде. Хәҙер "Не гусь, а птица", тигәнем лаҡап булып ҡалды.
Сәфинә Хәкимова: Бер ир Асҡарҙағы магазинға ингән. Һатыусыһы мәрйә икән. Сираты еткәс, ҡаушап ҡалған ир: "Курить купили?" - тип һораған. Мәрйә асыуланып: "Что надо?" - тигәс, был тағы: "Курить купили?" - тип һораған. Сираттағылар шаулаша башлағас, ир оялып сығып киткән. "Курить дайте", - тип һорарға онотҡан, бахыр.
Исмәғзәм Исмәғилев: Студент саҡта мунсанан ҡайтып киләбеҙ. Йыуынып ҡайтып килгәндәр башҡаларҙан айырылып тора бит ул. Бер төркөмдәш ҡыҙыбыҙ беҙҙе күрҙе лә, ихласлап тороп, "С легким паром!" тип әйтергә уйланы, шикелле. Ләкин бөтөнләй икенсе төрлө килде лә сыҡты. "Счастливого пути!" тине ул.
Әлиә Ихсанова: Үтәгәндеке бер ағай өй һалырға шабашкаға барған. Араларында урыҫтар ҙа бар икән. Бер урыҫ бынан: "Где топор?" - тип һораған. Был ағайҙың урыҫсаһы һүлпәнерәк булғандыр инде. "Топор на өй арты лежит", - тип яуаплаған. Хәҙер үҙе мәрхүм, лаҡабы ҡалды.
Айһылыу Хәсәнова: Әлеге шул ир-аттар бер татарға мунса күтәрәләр икән. Балтаһы төшөп киткәс, бер ир татарға: "Апа (әбйәлилсә бабай була), балтаны алып бир әле", - тигән. Татар: "Мин сиңа апа булырға, бичә тип беләсеңме мине", - тип асыуланып киткән.
Мөнирә Кирәева: Күршебеҙҙең Мәғниттән килгән улының ҙур сумкаһын ҡәйнәмдәр алып торған. Улы ҡалаһына ҡайтыр булғас, күрше әбей: "Ислам Мәғниткә китә, теге сумканы алырға килдем", - тип ингән. Аңын-тоңон аңламаған ҡәйнәм маз булып эҙләргә керешкән. Эш ҡабалан булғас, күршеһе лә уға ҡушылған һәм эҙләгән әйберҙе урындыҡ аҫтынан һөйрәп сығарған. "Мына, мынауында ултырған да баһа", - тей икән. Ҡәйнәм: "Аһ-аһ, уны дауна бәлеш ауыҙ сумка тип әйтмәй ней, дауна алып бирер инем", - тигән.
Исмәғзәм Исмәғилев: Ике әзмәүер бер әбейгә мунса бурарға ялланған. Һөйләшеп-килешеп, аванс аҡсаһын алғас, береһе икенсеһенә әйтә ти: "Һин сығып һыҙа тор, мин артыңдан сығып сабырмын". Әбей сығыуға елдәр иҫкән был икәүҙән. Яҡшы аңлағандар бер-береһен.
Сәфинә Әхмәтова: Бер әбей бәләкәй улы менән попуткаға ултырған. Шоферы урыҫ икән. Оҙон юлда шым барыуҙы хуш күрмәй, урыҫ һүҙ башламаҡсы булып: "Это твой сын?" - тип һораған. Әбей: "Да, твой, твой сын", - тигән дә ҡуйған. Урыҫ башҡа һүҙ ҡушмаған.
Мөнирә Кирәева: Буранғолдоҡолар Ғәйзулла менән Әғзәм йомош менән Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаһына барғандар. Бер урыҫҡа төнгөлөккә фатирға төшкәндәр. Быларҙың бәләкәй ҡыҙы сәсрәп ауырып ята икән. Башҡорттарҙың ҡайһы берҙәренең өшкөрөм-төкөрөмгә шәп икәнен белгән урыҫ ярҙам һораған. Ундай һәләте булмаһа ла, Ғәйзулла Әғзәмгә кәртәнән һарыҡ буғы индерергә ҡушҡан. Ҡара төҫтәге йоморсаҡтарҙы теҙеп һалып, ауыҙ эсенән нимәлер уҡып, төкөрөнә башлаған был. Эргәһендә ултырған Әғзәм көлөүҙән көскә тыйылып ултыра, ти. Ғәйзулла: "Һарыҡ ине, буҡ ине, һарыҡ ине буҡ ине. Һиңә әйтәм, тик ултыр. Хәҙер атыу эште боҙаң", - тип һамаҡлай, ти. Бер йоморсаҡты һыуға иҙеп, ҡыҙға эсереп тә ебәргән. Иртәгеһен юлдарын ары дауам иткәндәр. Ҡайтышлай урыҫҡа тағы һуғылғандар. Ауырыған ҡыҙ йүнәлеп, йән-фарман йүгереп йөрөй, ти. Урыҫ ҡыҙын "йүнәлткән" Ғәйзулланы ҡайҙа ултыртып, нимә бирергә белмәй ҡыуанып, быларҙы һыйлап ҡайтарған.
Мөнирә Кирәева: Элек, ысынлап та, ауыл ерендә урыҫсаны бөтөнләй белмәнеләр. Урыҫтар менән артыҡ аралашып та барманылар. Минең ағайҙың ике ҡатындан биш балаһы булды, икеһе - Копейскиҙан, өсөһө - Таштуйҙан. Балалары үҙ-ара татыу булды. Юлы төшһә, ағай айырылған еңгәйгә һуғылып, уларҙы ла ҡуша тейәп алып ҡайта торғайны. Бергә ҡунаҡлашып, дошманлашмай йәшәнеләр. Элек бит кешеләр араһында шулай татыулыҡ була торғайны. Әсәйем мәрхүмә теге биш баланы бергә теҙеп ултыртып, уларҙың бер ата балалары икәнен үҙенсә аңлатҡан. "Адин атес, два мать" булған уның аңлатмаһы. Ул ваҡытта әсәйемә ни бары 63 кенә йәш булған. Балалар йәшен һорағас: "Шишнадцать три", - тип яуаплаған.
Фәнүзә Биктимерова: Элек район һабантуйында бик күп йырсыларҙы тау битенә теҙеп, ҙур хор ойошторалар ине. Бер мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән ғәләмәт матур тауышлы апайҙы ла йырсылар исемлегенә индергәндәр. Тауышы матур, әммә ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булған апайыбыҙ. Репетиция ваҡытында хорға өйрәтеүсе "Сопрано!" ти ҙә ҡысҡыра икән. Ҡысҡырыуы була, теге апай йән-яғына ҡаранып, кемделер эҙләй икән. Ҡабат бармаған ул хорға. Аҙаҡ сәбәбен һорағандар икән, "Ҡалайтып унда оялмай барайым. Унда завроно тиклем завроно йырлай алманы, хорҙы боҙоп тик торҙо. Өйрәтеүсе уға әллә нисә тапҡыр зәмичәние яһаны. Уның урынына үҙем ер булып оялып торҙом", - тип яуаплаған.
Әлфирә Нуритдинова: Һәр ауылда төрлө мажараларға тарып йөрөгән кеше була. Беҙҙә лә бар ине шундай бер инәй. Уның бер мәҙәген яҙайым әле. Урыҫ ауылында була был хәл. Инәй бер туҡтауһыҙ сиҡаҡлай икән. Хәлен урыҫтарға үҙенсә аңлатҡан. Ауыҙын күрһәтеп: "Тут кричит, нәвирнә, Әхмиәнкә придет". Баҡтиһәң, был ваҡытта улы әрмелә булған. Йәнәһе, шуны аңлатҡан: тамағы ҡысҡырғас, улы ҡайтып килә, күстәнәс һорай тамағы.
ДАУАМЫ -
https://tamasha-rb.ru/articles/satira-m-yumor/2022-12..
Оставить сообщение: