18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

Хөрмәтле әсәйҙәр, оло әсәйҙәр! Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә иң ҙур байрамдарҙың береһе – Әсәләр көнө менән

07:30 27.11.2022 16+


Хөрмәтле әсәйҙәр, оло әсәйҙәр!

Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә иң ҙур байрамдарҙың береһе – Әсәләр көнө менән ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле әсәйҙәр! һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, һаулыҡ, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете, сикһеҙ шатлыҡ- ҡыуаныстар теләп ҡалабыҙ. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, балаларҙың киләсәге яҡты булһын!

. ӘСӘКӘЙЕМ

Таң артынан ҡояшҡа
Үрелгән гөлдәй,
Һоҡланам әсәйемә
Гел тәү күргәндәй.


Унан яҡын донъяла
Һис берәү ҙә юҡ.
Унан башҡа йәшәүҙең
Бер йәме лә юҡ.

Ерҙең һулышы йылы
Әсәй булғанға.
Зәңгәр күк йондоҙло
Әсәй булғанда.

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғумергә.YouTube2:54

3753

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock