ИРҘӘР ИКӘН
03:41 19.10.2022 16+
ИРҘӘР ИКӘН
Ил бауыры - ысын ирҙәр икән,
Ил яҙмышы - ирҙәр иңендә.
Ир уртаһы етер-етмәҫ элек
Салланыуҙар түгел тигенгә
Атайсалды һаҡлап уҡтар юнған
Олатайҙар даны - йырҙарҙа.
Быуындарҙы быуын алмаштыра,
Ҡаһарманлыҡ күсә улдарға.
Борондан уҡ килгән матур мәҡәл:
Ир йөрәге - илдең ҡалҡаны.
Илен һаҡлап һәләк булғандарҙың
Һулҡып ята ерҙә ал ҡаны.
Ҡатын-ҡыҙҙың яҡлап мөхәббәтен,
Әсәләрҙең яҡлап намыҫын,
Бәғерҙәре янып барғанда ла,
Баҫа белгән ирҙәр һағышын.
Ваҡламағыҙ ирҙәр ғорурлығын,
Ир ҡулында дарман, таҫыллыҡ
Таш бәғерле тимә уҙаманды,
Һөйә ҡалһа утҡа һалырлыҡ.
Ил намыҫы - ысын ирҙәр бит ул,
Ил яҙмышы ирҙәр иңендә.
Ир уртаһы етер-етмәҫ элек,
Салланыуҙар түгел тигенгә.
1980
Оставить сообщение: