18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

ҺЕҘГӘ МИНЕҢ ЙӨРӘК ХАТТАРЫМ!

03:36 13.04.2022 16+
ҺЕҘГӘ МИНЕҢ ЙӨРӘК ХАТТАРЫМ!
Һайланма әҫәрҙәремдең 1-се томынан шиғри гөлләмә.

КӘЙЕФ ЛАВКАҺЫ
Йылмайыу юллап килгәнһең,

Шәп кәйеф эҙләп?
Юҡ миндә кәйеф лавкаһы,
Юҡ унда бизмән.

Һатыла торғанды ғына
Алалар даулап.
Аулана торғанды ғына
Алалар аулап.

Йылмайыуым бүләк кенә,
Йәки – алмашҡа.
Таш менән атмайым ашҡа,
Аш менән – ташҡа.

Күҙҙәреңдә мут йылмайыу,
Һиҙәм мин, һиҙәм?
Юғын юҡ кәйеф лавкаһы,
Барсы, бар бизмән!

Беҙ икәүләп йылмайғанда –
Бизмәндәр тигеҙ.
Йылмайыу яңғыҙ булмай ул,
Йылмайыу – игеҙ.

ҠОРАМА
Мөхәббәт ул — күлдәк түгел, беләм.
Ә ниңә һуң уға кәрәк ямау?
Һүтелмәһен, һүрелмәһен, тиhәң,
Гел ҡурсалау кәрәк, ҡамау.

Йәшермәйем һинән, мөхәббәтем –
Ҡырҡ ямауҙан торған ҡорамалай,
Инде бөттө ебем, һынды энәм –
Ярлыҡауҙар бүтән һорама ла!

ҠАМСЫ
Күп мыжыма, йәнем, тупһа-түргә
Ҡайыш ҡамсы ҡуй һин, ҡуй элеп.
Ғазаплама һалып тел яраһы,
Ҡамсы менән яна иң элек.

Белеклегә, миңә, ым да етә, –
Ҡамсыға ла сөйҙә бик йәпле.
Һыҙыра бит ҡанға һеңгән хәтер:
Ҡатын булғас, бул һин, бул ипле!

ТӨШ
Бөгәсә...
Һине ят иттем,
Башҡаға таж үрҙем.
Күп быуаттар әүәл ғашиҡ
Һөйгәнемде күрҙем.

Ишеттем төрки ҡанымдың
Сихри саҡырыуын:
Аһ, ҡарашы – ҡылыс йөҙө,
Һинме, зат-ырыуым?!

«Был таж һиңә!» –
Ым еткерҙем –
Ҡайҙан баҙнаттарым?!
Аҫыл йәрҙәр менән булһын,
Булһа яҙыҡтарым.

Бөгәсә...
Һине ят иттем.
Ҡылыс йөҙөн үптем.
Сикhеҙ дала бәллеүендә
Толомомдо һүттем...

***
Үткән көндөң,
Янып бөткән көндөң,
Көлөн ҡуҙғатмайыҡ.
Инде һүнгән,
Үлгән күмерҙәрҙе
Өрөп туҙғытмайыҡ.

Көтә-көтә,
Көтөк булғанһың да,
Инде күнгәнһеңдер,
Хистәреңде
Һалҡын көл аҫтына
Күптән күмгәнһеңдер.

Моғайын да…
Әллә? Бәлки? Яуап
Ишетермен, тимә.
Һорау булып,
Ул үткән көн ниңә
Бөгөнгөмә инә?!

ҠЫРҠ СЫРАҠ
Тағы нисек hиңә ярарға?
Тағы ниндәй булып ҡарарға?!
Сәсем менән мин ер hеперҙем,
Ғорурлығым аша hикерҙем...

Ҡатын ғүмере, тиҙәр, ҡырҡ сыраҡ,
Барҙыр микән тағы ҡырҡ сарам?

Йылытырға hалҡын донъяңды,
Усағыңа яҡтым үҙемде –
Ҡайҙан алдым утта түҙемде,
Ҡарайтмайса ҡалдым йөҙөмдө.

Төҫөм төҫ тә минең, буйым буй,
Яратмаhаң, өҙөп әйт тә ҡуй!
Алтын хистәремдең буталы
Селпәрәмә – сүпкә буталды...

Тағы нисек hиңә ярарға?
Тағы ниндәй булып ҡарарға?!
Ҡатын ғүмере булғас ҡырҡ сыраҡ,
Утыҙ туғыҙ hынғас, ҡысҡырам!

ХӨКӨМ
Язаларға һине
Хөкөм иттем,
Тоғро булмағанға анттарыңа.
Яндырырға!
Утын итеп яҡтым,
Шырпы төрттөм яҙған хаттарыңа.

Бөгәрләнеп янды,
Һыҙландымы? –
Кәртешкәңде йыртып утҡа аттым.
Йыртҡыс кеүек олоп,
Ут-ғазапта,
Мин үҙем дә торомбаштай ҡаттым...

Язаланым һине.
Ә усаҡта
Яндыҡ икәү.
Мин ни күстәрҙем?!
Һөйөүебеҙ әллә,
Кәртешкәләй,
Күсермәһе ысын хистәрҙең...

БАРЫБЕР!
Ҡайһы бейеклеккә артылалыр
Ярһыу сәмең,
Ҡайһы һандалдарҙа сүкеләлер
Ғорур йәнең,
Ҡайһы ҡосаҡтарҙа һүреләлер
Ҡайнар тәнең?–
Барыбер миңә...
Һуңғы сәғәттә лә,
Тоғро ғәҙәтендә,
Уйым барыр һиңә,
Барыбер hиңә!

ҺУҢҒЫ ШЫРПЫ
Янып бөттө инде
Ярты ғүмер.
Янып бөттө,
Көлгә әйләнде.
Яҡтым һүрән,
Әллә тамам һүнәм?!
Күңелемә
Көйөк бәйләнде.

Яңғыҙ бер сыраҡмын.
Янам әле.
Һуңғы шырпым да бар
Кеҫәмдә.
Донъяларҙы тотош
Яҡтыртам,тип,
Иҫәрләнгән саҡтар
Иҫемдә.

Кеҫәм тишеп килә
Һуңғы шырпы,
Үҙ туҡһанын туҡый
Туҡтауһыҙ:
Һөйәм, тине икәү –
Майшәм, боҙшәм–
Тәүәккәллә,
Береһен тоҡандыр!
Тоҡандыр!
Ике шәм дә оҡшаш,
Игеҙәктәй,
Шырпы сыҙғас беленер
Яңылышым…
Майшәм миңә–
Уңыу,
Боҙшәм –
Туңыу.
Һуңғы һынаумы был,
Яҙмышым?!

ЙӘЛЛӘҮ
Көнсөлдөң көнө –
Эстән өткән ут,
Эстән тишкән тут;
Эстән өргән эт,
Эстән бөргән бет;
Эстән һыҡҡан бау,
Эстән ҡупҡан дау...
***
Күктәрем ишелде,
Түшәмем тишелде–
Хараба аҫтында
Ҡалдым, ау,
Түҙҙем, ау,
Ныҡ ҡыҫып тешемде.

Дуҫ тигән ҡыйратты,
Ҡалдым, ау, таяуһыҙ...
Хараба аҫтында
Хыянат сүплеге
Ҡапланы аяуһыҙ.

Ҡайнаны ғәрлегем,
Үҙемде әрләнем:
Хараба аҫтында
Ҡәҙерле башым, ау,
Ятмаһын керләнеп!

Ишелгән күгем, ау,
Иң менән күтәрҙем.
Хараба өҫтөндә,
Көлөнә төкөрөп,
Таянмаҫ таяуға
Йыназа үткәрҙем.
Ау!

МИНЕҢ АЙЫМ
…Төнгә индем,
Серле төнгә:
Йөрәгеңде
Ас, тип, миңә
Ай нур һуҙҙы –
Алтын энә.
Арбай - арбай,
Ҡаҙай, буғай,
Энәһен, ай-й!
Йөрәк серем -
Һағышымды
Һурыр, һурыр…
Һәм һарғайыр.
Ай – наркоман,
Ә мин – донор.

ТЕЛЕФОНДАН...
Өҙөлөргә тора
Тел осоңдан
Һөйөү һүҙең –
Телефондан.
Күҙҙәремә ҡарап,
Тере һындан
Әйт һин,
Түгел
Әллә ысын,
Әллә юрый
Бер фантомдан...
Йәнгә үтһен һүҙең,
Аңға - ҡанға:
Хис фондынан,
Күҙҙән,
Түгел
Телефондан.

5157

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock