23 февраль - иҫтәлекле байрам - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым!!! Тыуған илде һаҡлау, уның күк йөҙө һәр саҡ тыныс булһын өсөн һаҡта тороу - һәр ваҡыт маҡтауға һәм айырым хөрмәткә лайыҡ эш. Мин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, хәрбиҙәрҙе, илен, йортон, яҡындарын яклаусы ир - егеттәрҙе ошо матур байрам менән ихлас ҡотлайым. Именлек, сәләмәтлек, бәхет һәм тыныслыҡ теләп ҡалам!
Рәшит Назаров
Мин – һалдатмын. Кем һуң һалдат түгел?
Һалдат хатта һәр тау, гөл, диңгеҙ.
Барыһы туҙа, уҙа… Һалдат тере,
Һалдат ҡына ерҙә үлемһеҙ.
Ерҙә барыһы һалдат: ҡош та, таш та…
Әллә һалдат кеше генәме?
Был тормошто төҙөү, биҙәү, һаҡлау
Кешеләрҙең эше генәме?
Был донъяла барыһы атакала,
Ер үҙе лә йәшел шинелле,
Күр, Ҡош юлын биленә быуған ғаләм,
Ҡайыш быуған һалдат шикелле.
ОЛАТАЙ
Олатайым бик оло,
Ул үткән һуғыш юлы.
Йәш,көслө,батыр булған,
Ауыр яу ҡырын уҙған.
Дошмандарҙан ҡурҡмаған,
Һис аямай туҡмаған.
Ялҡын эсенә ингән,
Еңеү байрағы элгән.
(М.Ғәйфуллина)
#ЦБСБелорецк#КультураБелоречья#Ватандыһаҡлаусыларкөнө3:34
Оставить сообщение: