18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

#ЦБСБелорецк#КультураБелоречья Башҡорт ғаиләһе көнө менән! Яҙҙың тәүге көнөндә билдәләнгән был милли

18:57 01.03.2022 16+

#ЦБСБелорецк#КультураБелоречья
Башҡорт ғаиләһе көнө менән!

Яҙҙың тәүге көнөндә билдәләнгән был милли байрамда бары тик изге теләктәр генә теләйһе килә. Башҡорт ғаиләләре артып торһон, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап, татыулыҡта, именлектә ғүмер кисерергә насип булһын! Һәр бер йортто сабыйҙарҙың бәхетле шат тауыштары биҙәһен!


Ғаилә – ул беҙҙең Ватаныбыҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө. Беҙҙең тыуған илебеҙ бәхетле ғаиләләрҙән тора. Татыу ғаилә – ил тотҡаһы, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр. Һәр ваҡыт шундай татыу, берҙәм, эшсән ғаиләләр илебеҙҙең тотҡаһы, биҙәге булһын.


Ғаиләм – ҡәлғәм.

Был тормоштоң ялҡынынан,
Буранынан, һалҡынынан,
Ҡоролоғо, ташҡынынан,
Бысрағынан, юшҡынынан,
Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм –
Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм!

Бында мине һәр кем аңлай,
Эс серемде һәр кем тыңлай,
Көрәштәрҙән арып-талған
Хәнйәр-йәнгә ғаиләм – ҡындай,
Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм –
Яҡындарҙан яҡын ғаиләм!

Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш,
Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш,
Шатлыҡтарым – уртаҡ шатлыҡ,
Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ,
Яҡлай мине изге ҡәлғәм –
Ышаныслы, татыу ғаиләм!

Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бында ярҙам, изге теләк,
Бында һөйөп тибә йөрәк,
Имен булһын ғәзиз ғаиләм –
Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм!
Фирүзә Абдуллина.1:19

3597

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock