Барығыҙҙы ла иң тантаналы байрамдарҙың береһе булған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым. Яҙғы ҡояш нурҙары һәм Һеҙҙең яғымлы йылмайыуығыҙ менән яҡтыртылған был көндө һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алалар.Сөнки ул Һеҙҙе, гүзәл заттарҙы, ололау, айырыуса иғтибар күрһәткән көн.
Быуаттар буйына ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл серле образы меңәрләгән әҫәрҙәрҙә сағылыш тапҡан. Әммә шул уҡ ваҡытта ниҙер әйтелеп бөтөлмәгән кеүек тойола. Был мәңгегә шулай буласаҡ. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙан да серлерәк, илаһираҡ зат юҡ.
Ҡәҙерле һәм хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Тормошоғоҙ шатлыҡ менән тулы булһын. Яҡын кешеләрегеҙ ҡәҙерегеҙҙе белеп йәшәһен. Барлыҡ изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын. Ғүмер-ғүмергә бәхетле булығыҙ!
йылдар тыныс булһын, ҡояш һипһен һәр саҡ йылыһын, сәләмәтлек, шатлыҡ, ҡыуаныстың Хоҙай бирһен һәр саҡ иң ҙурын!!!Ғаиләләребеҙҙә именлек, етеш тормош булһын, балаларыбыҙ һәр саҡ уңыштары менән һөйөндөрһөн.
Беҙҙе һәр саҡ яратҡан тоғро ир-азаматтарыбыҙ һаҡлаһын!
Барығыыҙҙы ла 8 Март менән, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Асы ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренән байрамға йыр бүләк.
2:34
Оставить сообщение: