18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

#ЦБСБелорецк#Ассинскаябиблиотека

01:49 03.02.2022 16+
#ЦБСБелорецк#Ассинскаябиблиотека


САЛАУАТ ӘБҮЗӘР - шағир, драматург һәм журналист.


Үкенмәйем үткән йылдарыма...
Ана, япраҡ ҡоя ҡайындар.
Ҡаршы сығыр минең юлдарыма
Ҡояшым бар әле, айым бар.

Әбүзәров Салауат Нәзир улы, Салауат Әбүзәр (29 ғинуар 1967 йыл) — башҡорт шағиры, драматург һәм журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2017) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2018).
Салауат Нәзир улы Әбүзәров 1967 йылдың 29 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Ташаҫты ауылында тыуған. Имәндәш урта мәктәбен тамамлаған. СССР Дәүләт именлеге комитетының Сик буйы ғәскәрҙәре составында илебеҙҙең Алыҫ Көнсығышында хеҙмәт итә. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Ғафури районы мәктәптәбендә балалар уҡыта. Аҙаҡтан Өфөгә килеп, «Башҡортостан» гәзите, «Ағиҙел» һәм «Һәнәк» журналдары редакцияһында эшләй, әлеге көндә «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире.

Әҙәби ижады

Мәктәп йылдарында уҡ шиғырҙар яҙа башлаған Салауат Әбүзәров әҙәбиәткә ныҡлап уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында килә. Үҙенең «Еремә йыр» (1990) исемле тәүге шиғри йыйынтығы менән үк ул уҡыусылар иғтибарын йәлеп итә, ә 1995 йылда ул Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. Әүҙем ижад итеп, ул артабан бер-бер артлы тағы ла өс китап сығара: «Ыҙғыш алмаһы» (2002), «Туғыҙынсы тулҡын» (2004) һәм «Йыһан емеше» (2009).

Шиғриәт менән бер рәттән Салауат Әбүзәров драматургия жанрында ла үҙен өлгөргән әҙип итеп танытты. 1996 йылда уның тәүге драма әҫәрен яҡташтары — Ғафури районының «Ҡаран» халыҡ театры һәүәҫкәрҙәре сәхнәләштерһә, алдағы тиҫтә йылда өмөтлө драматургтың пьесалары билдәле театрҙар репертуарында ныҡлы урын алды. Был йәһәттән уның «Хыялый» лирик комедияһын тәү сиратта билдәләргә кәрәк. Әҫәрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе түбәндәгесә: Ғиззәт исемле төп герой тәбиғәттең хозур бер мөйөшөндә урынлашҡан ауылында ҡатыны Шәфиҡә менән көн күрә. Ғиззәт бабай шиғри күңелле, хыялдарға бай кеше, ул бар булмышы менән гелән күккә һәм йондоҙҙарға тартыла. Ул йыр-моңға ғашиҡ, өҙҙөрөп гармунда уйнай, шиғырҙар ижад итә. Ауылдаштары уны «хыялый» тип йөрөтә (әҫәрҙең исеме нәҡ шунан алынған да инде). Һәүәтемсә генә барған көндәрҙең береһендә ауылға эшкә яңы табип килә — Йондоҙ исемле йәш һылыу ҡыҙ. Ғиззәт бабай менән Шәфиҡә әбейгә йәш белгесте үҙҙәренә фатирға индерергә тәҡдим итәләр. Улар шатланып риза була. Тап шунан башлана ла инде комедияның төп ваҡиғаһы: Йондоҙҙоң төпһөҙ күҙҙәренә, ҡояштай йөҙөнә һәм матур ҡарашына тәү күреүҙән иҫе киткән Ғиззәт бабай ҡыҙға ғашиҡ була. «Бына ул уның күптәнге хыялы! Матурлыҡ һәм камиллыҡ!» Күңелендә ҡабынған һөйөү хистәре бабайҙы кеше ышанмаҫлыҡ хеҙмәт батырлығына этәрә. Ул ысын мәғәнәһендә күккә күтәрелерлек осҡос — ысын самолет эшләй башлай. Бына ошолар тураһында ышандырырлыҡ итеп бәйән иткән хәл-ваҡиғаларҙы тамашасы иҫе китеп ҡараһа, театр һәм тел белгестәре пьесаның бай һәм сағыу телдә яҙылғанына ла иғтибар итте. Һәр образдың үҙенсәлекле телмәре төрлө тамашасыны ныҡлап арбай, әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы тәрән кисерештәр менән ҡабул итергә ярҙам итә. Шуға ла был әҫәр Башҡортостандың төп сәхнәһе булған М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры менән бер рәттән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур дәүләт татар драма театры һәм Татарстандың Яр Саллы татар дәүләт театрҙарында ҙур уңыш менән ҡуйылды.

Миҫал өсөн Яр Саллы театрының Өфөлә 2013 йылдың октябрендә үткән гастролдәре тураһында әйтеү ҙә етә. «Башҡортостан» гәзите билдәләүенсә (2015, 30 октябрь), дүрт көн дауам иткән был гастроль «билдәле башҡорт шағиры, драматург Салауат Әбүзәрҙең „Хыялый“ лирик комедияһы менән асылды. Авторҙың тәрән йөкмәткеле тәүге пьесаһы үтә лә бәхетле булып сыҡты. Хәҙер был әҫәр М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрының, шулай уҡ Ырымбур, Яр Саллы, Сибай театрҙарының репертуарын байытып тора.» Был йәһәттән театрҙың баш режиссеры, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Муса Йәлил исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фаил Ибраһимовтың һүҙҙәре лә иғтибарға лайыҡ: «Беҙ гастролебеҙҙе юҡҡа ғына Салауат Әбүзәрҙең „Хыялый“ пьесаһы менән асманыҡ. Был әҫәрҙе тамашасыларыбыҙ күптән яратып өлгөрҙө, уны ҡарарға халыҡ эркелеп йөрөй. Салауат Әбүзәр — саф күңелле, ихлас ижадсы. Шуға уның әҫәрҙәре лә шәп килеп сыға. Талантлы драматургтың яңы пьесалары киләсәктә лә беҙҙең репертуарҙы биҙәр тип ышанам». Тамашанан һуң ошо әҫәр буйынса фекер алышыуҙа Башҡорт дәүләт университетының татар филологияһы кафедраһы доценты, ғалим Рәүф Иҙрисов түбәндәгеләрҙе белдерҙе:

«Әбүзәрҙе беҙ тәү сиратта ялҡынлы шағир булараҡ беләбеҙ. Уның һәр әҫәре еренә еткерелеп ижад ителә. Мин Салауат Әбүзәрҙе башҡорт йә иһә татар халҡының ғына түгел, тотош төрки донъяһының хазинаһы, тип атар инем».
Авторҙың ошолай киң билдәлелек яулаған һәм юғары баһаға лайыҡ булған «Хыялый» лирик комедияһы менән бергә «Әсир» драмаһының "Сәхнә әҫәрҙәренең республика конкурсы"нда беренсе урын алыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. 2013 йылда «Әсир»ҙе тәүгеләрҙән булып тағы ла драматургтың яҡташтары сәхнәләштерҙе. Был әҫәрҙең Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортонда «Ҡаран» халыҡ театры һәүәҫкәрҙәре күрһәткән премьераһы ҙур уңыш менән үтте һәм ысын мәғәнәһендә тамашасы күңелен әсир итерлек тамаша булды. Салауат Әбүзәровтың «Байраҡ аҫтында» пьесаһы ла, 2012 йылда Ейәнсура районының «Үҫәргән» халыҡ театры тарафынан бик матур сәхнәләштерелеп, уны ҡараусыларҙың һөйөүен яулағайны. Драматургтың Сибай дәүләт башҡорт драма театрының танылған режиссеры Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән «Ғүмерлек ғазап» спектакле лә Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә лә күп тамашасыны йыйҙы.

ЗАМАНСА ШИҒЫР
Йәшәргә кәрәк заманса, –
Алгоритм ҡуйып алға.
Кастингтар, проба үтеп,
Имтихандар биреп балға.

Шундай булһын концептың, –
Иҫкелеккә ҡарап торма.
Харизмаңа тура килһен
Һин һайлаған платформа.

Боронғоға, иҫкелеккә
Йәбешеп ята бары һармаҡ.
Рейтингты юғарыла
Тота алмай ундай формат.

Имиджыңды күрһәтә бел,
Юғарыға уны мендер.
Бының өсөн буклет эшлә,
Реклама бир, үткәр тендер.

Кем замандан артта ҡала,
Нимә тиһең – наҙан инде.
Контент... Грант... Тренд... Кредо... –
Уф-ф!.. Аҡылдан яҙам инде...

ӘКИӘТ ТҮГЕЛ...
Өлкәнәйә барған һайын
Әкиәткә тартылам:
Эх, эйәреп китке килә
Серле йомғаҡ артынан.

Йомро-йомро был йомғағым
Тәгәрәр ҙә тәгәрәр...
Мин ҡалмам, һинең яныңа
Ул алып барһа әгәр.

Һин ташларһың тарағыңды, -
Араға ҡалҡыр урман.
Мин уны йырып сығырмын,
Ҡартайҙым, тиеп тормам.

Арабыҙҙа күлдәр йәйрәр,
Ташлаһаң һин көҙгөңдө.
Йөҙөп сығам, тик бер генә
Күрер өсөн йөҙөңдө.

Эх, был ғүмер тигәндәрең
Әкиәт кеүек үткән.
Йомро-йомро шул йомғағым
Мөхәббәт булды микән!?

ҠЫШ БАБАЙҒА ҺҮҘ
Һинең ҡулыңда тылсымлы
Таяғың бар, Ҡыш бабай.
Шулай булғас, Яңы йылға
Һин былай тип ҡуш, давай:

Киләң икән, тыйнаҡ бул, тиң,
Тәртип-фәлән боҙма, тиң.
Һәм халыҡтың мөлкәтенә
Ҡулдарыңды һуҙма, тиң.

Алдашма, тиң. Күпме йылдар
Гел алдашып үтә, тиң.
Һинән халыҡ вәғәҙә түгел,
Аныҡ эштәр көтә, тиң.

Һин, Ҡыш бабай, аҡ һаҡаллы –
Күпте күргән ҡарттырһың.
Әйт, улыңа, – ололарҙың
Пенсийәһен арттырһын.

Эш хаҡын да йәлләмәһен,
Намыҫ менән түләһен.
Күптәр осто-осҡа ялғап
Йәшәгәнен беләһең...

Теләктәр күп... Үтәлер, тип,
Өмөтләнгән булаһың.
Ҡыҫҡаһы шул: малайыңдың
Ныҡ итеп бор ҡолағын!

АТАЙ
“Атай” тиеп бер ҙә әйткәнем юҡ,
Күргәнем юҡ атайымдың төҫөн.
“Атай” һүҙе йөрәгемдә мәңге
Яра булып ҡалды минең өсөн.

Атайлылар атта ер һөргәндә,
Беҙ егелеп тарттыҡ һабандарҙы.
(Тик тормошҡа ләғнәт уҡыманыҡ,
Ҡәһәрләмәнек беҙ замандарҙы).

Бәләкәйҙән белдек: әпәкәйҙең
Табылғанын ҡара тирҙәр менән.
Ҡулыбыҙға балта, салғы тотоп,
Беҙ ярышып үҫтек ирҙәр менән.

Ағайҙарҙан ҡалған бишмәт кейеп,
Ҡыҙҙар күҙләп саптыҡ кистәрендә.
Тәүге мөхәббәттең осҡондары
Һаман баҙлай әле иҫтәремдә:

Ситтән генә ҡарап һоҡландым мин, –
(Тиң күрһен, ти, ул ҡыҙ нишәләп мине!?)
Аяғымда – ҡатҡан кирза итек,
Ә өҫтөмдә тишек бишмәт ине.

Тәүге һөйөү!.. Ул бит бишмәт түгел,
Алыштырып ҡына кейеп булмай.
“Йәтим бит ул!” – тигән матур ҡыҙҙы
Ғәфү итеп була, һөйөп булмай.

... Үҙем хәҙер дүрт балаға атай, –
Һәр беренә бағам наҙлап-һөйөп.
Ә шулай ҙа, тик бер генә тапҡыр
Әйтке килеп ҡуя: “Атай!” – тиеп.

Салауат ӘБҮЗӘР
ӘСИР
Повесть
Ҡыҙ, башын эйеп, байтаҡ ҡына һүҙһеҙ торғандан һуң, ҡалтыранған тауыш менән әйтеп ҡуйҙы:
– Аңлайым шикелле... Тимәк, һин...
– Юҡ, аңламаның, Шәүрә!
– Тимәк, һин… Һин мине яратмайһың!..
Егет ҡыҙҙың яурынан тотоп алды:
– Һин нимә һөйләйһең, Шәүрәкәйем!?
– Ниңә мине ташлап китергә булдың һуң? – Шәүрә үпкәсел ҡарап, егеткә һыйынды.
– Ну, эш юҡ миңә бында... – тине егет. – Атай-әсәй елкәһендә йәшәй алмайым бит.
– Нисек инде, эш юҡ? Теләһәң, атайым менән үҙем һөйләшермен, – Шәүрәгә йән кергәндәй булды. Шамил иһә, ниндәйҙер ҡот осҡос хәбәр ишеткәндәй, терт итеп ҡалды:
– Юҡ, юҡ!.. Кәрәкмәй, Шәүрә! Кәрәкмәй!..
– Аһ, ниңә ҡотоң осто?
– Беләһең дә инде, ул беҙҙе… мине өнәп бөтмәй... Әгәр беҙҙең осрашҡанды ла белеп ҡалһа...
Шул саҡта ғына ер аҫтынан килеп сыҡҡандай булды Мәхмүт. Бер талай һөҙөп ҡарап торҙо был икәүгә, сикәһе тартышып, ирендәре ҡалтырап ҡуйҙы:
– Ҡара, ҡара!.. Кемдәр тора, тиһәм... Бына нисек икән!..
Шәүрә, әллә уңайһыҙланыуҙан, күҙҙәрен йәшерергә тырышып, шым ғына өндәште:
– Ни булды, атай?
Гөлт итеп тоҡанып китте Мәхмүт:
– Ни булғанын, бына, мин һинән һорарға тейеш!.. Нишләп тораһың бында, ә, ошоноң менән?.. – сыбыртҡы һабы менән Шамилға ишараланы ул.
– Ниңә улай тиһең, атай? – Шәүрәнең матур күҙҙәрен шом шәүләһе япты.
– Кем балаһы икәнен беләһеңме, ә?!. Беләһеңме?!.
– Атай!..
– Белмәһәң бел – бандит көсөгө! Нәҫелебеҙҙе бандит ҡаны менән бутамаҡсы булаһыңмы!?
Шәүрә йән асығына ҡысҡырып ебәрҙе:
– Атай!..
– Марш, өйгә!.. – тип екерҙе Мәхмүт ҡыҙына, шунан Шамилдың яғаһынан эләктереп алды. – Ә һин, маңҡа, ҡолағыңа киртеп ҡуй. Тағы ҡыҙым янында сыуалғаныңды күрһәм!..


"Ағиҙел" журналының ноябрь һанында (2021 йыл) Салауат Әбүзәрҙең "Әсир" тигән повесын тулыһынса уҡырға була.2:175:23

4350

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock