18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

#китап

14:41 24.01.2022 16+
#китап
#юбиляр
Юбилярҙан шәп китап

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист һәм публицист, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Рәми Ғарипов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Хәсән Назар үҙенең 80 йәшлек оло юбилейын билдәләй.


Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге шиғырҙары менән үк танылыу яулаған шағирҙың ижады бик күп
баҫмаларҙа сығып, уҡыусылары күңеленә барып етә тора. Бөгөн китап уҡыусыларҙы әҙиптең 2017 йылда нәшриәттә донъя күргән китабы менән таныштырмаҡсыбыҙ. "Һайланма әҫәрҙәр" тип атала ул.

Был йыйынтыҡта авторҙың 1960-2016 йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары тупланған. Уйы тәрән, рухы юғары шағирҙың әҫәрҙәре милли аһәң, донъяға фәлсәфи ҡараш менән һуғарылған, заман заңына сорналған.
"Һайланма әҫәрҙәр" баҫмаһы буйынса нәшриәт магазиндарына, шулай уҡ сайт аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.

http://kitap-ufa.ru/news/yubilyar_an_sh_p_kitap/

3769

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock