Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы (15 декабрь 1941 йыл) — башҡорт шағиры, тәржемәсе, 1973
13:51 29.12.2021 16+
Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы
Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы (15 декабрь 1941 йыл) — башҡорт шағиры, тәржемәсе, 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2011)
Әнисә Абдулла ҡыҙы Таһирова 1941 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Маҡар ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, комсомол путевкаһы менән төҙөлөштә эшләй, һуңынан башланғыс синыфтарҙа балалар уҡыта. 1961—1966 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында уҡый. Юғары белем алғас, ике йыл Күмертау районы (хәҙерге Көйөргәҙе районы) Ермолаевка урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
1968 йылдан журналистикаға күсә. Күп йылдар «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй. Мәскәү ҡалаһында юғары курстарҙа уҡый. Аҙаҡтан Башҡортостан телерадиокомпанияһында әҙәби хеҙмәткәр вазифаһын башҡара. Әнисә Таһирова тиҫтәләгән сонет һәм элегиялар авторы.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады тураһында Башҡорт юлдаш телевидениеһы каналында тапшырыу әҙерләгәне, уның тураһындағы мәҡәләһе һәм иҫтәлектәре, шулай уҡ әҙипкә арналған шиғырҙары һәм сонеттары өсөн Әнисә Таһирова 2011 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге премияға лайыҡ булды.
2015 йылдың ноябрендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Башҡортостандың иң яҡшы китапханаһы-2015» һәм «Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт китабы-2015» республика конкурстарына йомғаҡ яһалды. «Йылдың иң яҡшы башҡорт китабы» конкурсының «шиғриәт» номинацияһында шағирә һәм тәржемәсе Әнисә Таһирова еңеүсе тип табылды.
Оставить сообщение: