18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛҒАНДА ЙӘНӘ БЕР МӘРТӘБӘ ДОНЪЯҒА БАШҠОРТ БҮЛӘК ИТКӘН ӘСӘЛӘРГӘ РӘХМӘТ ӘЙТКЕ КИЛӘ. Әйткәндәй,

03:08 27.10.2021 16+
улар араһында башҡа милләттән килен булып төшкәндәр ҙә бар.

БАШҠОРТ ҠАТЫНЫ

Уралымдың сикһеҙ хазинаһы,

Балҡып ята алмас, алтыны,
Тик алмастан, алтынынан ҡиммәт
Аҫылташ ул – башҡорт ҡатыны.

Тарихыбыҙ ҡанға батҡан мәлдә
Ғазаптарҙы күпме татыны –
Дошмандарға йәшен күрһәтмәне,
Бирешмәне башҡорт ҡатыны

Хәйләләргә артыҡ оҫталыҡ юҡ,
Телебеҙ ҙә ҡай саҡ ҡатылыр,
Тик изгелек – ҡандан килгән сифат,
Тоғролоҡло башҡорт ҡатыны

Һынағанда яҙмыш рух ныҡлығын,
Йән һаҡлаған кемдер һатылып,
Утта янған, ләкин суҡынмаған,
Иман һаҡлап, башҡорт ҡатыны.

Улҡайҙары яуға киткән саҡта
Уртҡайҙары ҡара ҡан тулы,
Еңеп ҡайт, тип, илде һаҡла, тиеп
Фатихалай башҡорт ҡатыны

Юғалмауы ҡиммәт быуаттарҙа
Башҡорт тигән исем-атының,
Бының өсөн мең-мең һиңә рәхмәт,
Бөйөк әсә – башҡорт ҡатыны!

Гүзәл Ситдиҡова

1919

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock