Зилдә Хәмиҙуллина
08:29 25.10.2021 16+
Зилдә Хәмиҙуллина.
Олатайға әбей эҙләгәндә...(булған хәл)
"Ололарға оло хөрмәт йөҙөнән олатайҙың һәм инәйҙәрҙең исемдәрен яҙмаҫҡа булдым. Инәйҙәрҙең кемдәрелер күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән . Йәндәре Ожмах түрендә булһын. Хикәйәлә үҙ туғандарым ғына исемдәре менән алынды."
(Автор).
Ауылда йәшәгән ваҡытта булған бер хәл - ваҡиғалар иҫкә төштө әле.
Беҙҙең өсөн үҙе бер мажара булһа, олатайыбыҙ өсөн ҡыҙғаныс, йәлләүес, үкенесле сәйәхәт булды был...
Беҙҙең ауылдан аша ауылда йәшәгән, хәләлем мәрхүм Радигымдың атаһы яғынан туғаны ине ул олатай. Бик мөләйем, һөйкөмлө, ап – аҡ сәсле матур бабай, ныҡ егәрле, һәр ваҡытта хәрәкәттә булған, үҙен үҙе бағып, бөхтә, таҙа, зауыҡлы кейенә лә, урынлы ғына хәбәр ҙә һөйләй, әңғемәләшә лә белгән кеше ине олатайыбыҙ.
Тамырҙары менән ергә батып инеп үҫкән имән ағасы һымаҡ ныҡ, ышаныслы, эшкә бөткән кеше ине бабайыбыҙ. Уның донъяһы ла төҙөк, күпләп мал аҫырай, аттар тота, бал ҡорто үрсетә, машинаһы, тракторы тағы әллә ниндәй техникалары бар, бик етеш тормошта йәшәй, аҡсаһы ла күп тип ишетә торғайным кешенән, әммә үҙем барып күргәнем юҡ ине. Радигым тере саҡта йыш ҡына килеп йөрөй торғайны беҙгә. Ул мәрхүм булғас килеп хәл белешеп, ҡайғы уртаҡлашып китте бабай.
Оҙаҡ та тормай, олатайыбыҙҙың әбейе үлеп ҡалған тигән хәбәр ишетелде. Минең үҙе хәлем үҙемә саҡ, ҡайғымдан ергә бөгөлөп йөрөгән ваҡытым ине, хәбәрҙе ишеттем дә оноттом. Бер нисаҡлы ваҡыт үткәс,
тағы бер хәбәр килде. Бабай әбей алырға уйлай икән, ауылда йәшәрлек, донъяһын көтөрлөк, үҙенә иптәш булырлыҡ әбей эҙләй тип ишетелде.
Ярай инде, яңғыҙ ҡалыуы ир – атҡа, бигерәк тә оло кешегә үтә ауыр бит.
Исмаһам әбей иптәш булыр... - тип уйланым да, мин тағы бабай тураһында оноттом. Ҡәҙимге генә оҙаҡ ваҡыт үткәс, олатайыбыҙ минең алдымда пәйҙә булды. Ул аҙыраҡ һурыҡҡан, күҙҙәрендә ниндәйҙер борсолоу сатҡылары бар. Әммә рухы ныҡ, ҡаҡшамаҫҡа, бирешмәҫкә тырышҡаны күренеп тора.
Күрешеп, хәл – әхүәл белешкәс тә, олатай оҙаҡҡа һуҙмай, ниндәй мәшәҡәт менән йөрөгәнен һөйләп бирҙе. “Килен, инәйегеҙ үлеп ҡалғанын ишеткәнһеңдер инде. Ҡайһылай итәһең инде, Аллаһы Тағәлә маңлайыңа яҙғанды аша атлап булмай бит. Инәйегеҙ яҡшы кеше ине, татыу ғүмер иттек, йәне ожмахтың түрендә булһын. Әммә ҡалған кешегә йәшәргә кәрәк килен. Минең йомошом һиндә бөгөн. Мин ауыл ерендә йәшәрлек, минең оло хужалығымды алып барырлыҡ, миңә иптәш булырлыҡ әбей эҙләйем килен. Инде байтаҡ ваҡыттан бирле ҡарап йөрөйөм, тик нишләптер йәтеш кенә әбей тура килмәне әлегә.
Эстән генә, иҫем китеп ултырғанымды һиҙҙермәҫкә тырышып ҡына һорайым ”Олатай, нимә менән ярҙам итә алам һуң һеҙгә мин? Йомошоғоҙҙо бөтөнләй аңламаным.” – тинем, үҙем алйот кеше һымаҡ көлөп ҡуйҙым да, тиҙ генә тыйыла һалдым. Өлкән кешене рәнйетеп, үпкәләтеп ҡуйыуҙан ҡурҡтым.
“Уның нимәһен аңламайһың инде килен, миңә берәй әбей табышып бирмәҫһеңме икән тип килдем һиңә. Яҡшы ғына әбей булһа һөйләшеп, миңә димләп ҡарайһыңмы әллә килен?”
Мин инде лә тыныс ҡала алмай инем, ҡысҡырып, ҡысҡырып көлөп ебәрҙем. “Олатай мине димсе тип кем һөйләй? Мин бер ваҡытта ла димсе булғаным юҡ бит. Шунан әбейҙе ҡайҙан алйайым икән һеҙгә? Әбейҙәр менән ул темаға һөйләшә лә алмаҫмын ул мин. Нидәй һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итмәк кәрәк инде. Юҡ олатай үпкәләмәгеҙ, булмай минән, булмай.” – тинем уға. Олатайым берҙә генә бирешергә теләмәне:
“Туҡта,туҡта әле килен, һинме инде хәбәр һөйләй белмәй торған кеше.
Ғүмерҙә ышанмайым был хәбәргә, тәүҙә аҙыраҡ уйлап ҡара йәме. Мин хәҙер үк миңә әбей табып, сығарып бир тимәйем бит. Ауылыңдағы әбейҙәрҙе иҫләп, уйлап, байҡап сыҡ яйлап. Шунан миңә барырлыҡтарының ҡылын тартып ҡара, барып һөйләш йәме килен. Минең өмөтөмдө өҙмә инде, ҡырҡа һуҡма йәме.”- тине ул хатта көйөнөп.
Мин албарғып ҡалдым, бабай ҙа бик йәл, әбей таба алмаҫыма ла иманым камил. Нимә эшләргә инде? Ниндәй һүҙҙәр менән бабайҙы үпкәләтмәй генә баш тартырға тип мин уйланғансы, бабайым ялпылдап сығып та китте. Сығып барғанда ул минең ауыртҡан еремә баҫып сығып китте. “Килен, яңғыҙлыҡ анһат түгел! Һин үҙең дә яңыраҡ ҡына яңғыҙ ҡалған кешеһең. Мине аңларһың да, миңә ярҙам итеүҙән баш тартмаҫһың тип уйлап, өмөт итеп килдем. Үтенесемде кире ҡаҡма, һиңә
ышанам килен.”- тине ул.
Бар тыныслығымды емереп, ҡайғыларымды, әрнеүҙәремде уятып китте бабайым. Төнө буйы борһаланып, йоҡлай алмай, ҡайғыларым яңырып, көйәләнеп тә, илап та тигәндәй таң аттырҙым. Шунан үҙемсә дөрөҫ бер ҡарарға
килдем, килеп сыҡһа ла, сыҡмаһа ла, әбей тапһам да, тапмаһам да ярҙам итеп ҡарарға булдым олатайыбыҙға. Бер көнө буйы ауылымдағы әбейҙәрҙе барлап, кемеһе бабайға барырға риза булыр икән тип баш ваттым. Әммә бер ҙә генә урынан ҡуҙғалып, ауылын ташлап, аша ауылға бабайға барырлыҡ әбей таба алманым. Уйланым, уйланым да үҙемдең яратҡан ғына, әхирәтем һымаҡ күргән, күршелә генә йәшәгән Рәшиҙә инәйемә инеп сығырға булдым.
Рәшиҙә инәй ул ауылымдың бер биҙәге, йәме, үрнәге инде. Бәләкәй генә буйлы, ҡараҡай ғына, үткер янып торған күҙле, тумалаҡ ҡына әбей ул минең яратҡан инәйем. Үтә әрһеҙ, сабырлы, башына ниндәй генә бәлә төшһә лә бирешмәгән, бөгөлмәгән, әллә ниндәй ғәрәсәтте лә кире ҡайтарыр көскә эйә булған кеше ул минең күрше инәйем. Бик күпте күргән, күпте кисергән, тыл ветераны, күп балалы әсә, өҫтәүенә шул береһенән береһе бәләкәй балалары менән етем ҡалған, тол ҡатын. Һуғыштан имен һау әйләнеп ҡайтҡан ире мәрхүмдең холҡо ла еңелдән булмай, түҙеп йәшәй Рәшиҙә инәй. 14 балаға ғүмер бирә ул, әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы 6-һы сабый саҡта уҡ мәрхүм була. Ә инде ире гүр эйәһе булғас, ҡалған һигеҙ балаһын, шуларҙың етәүһе малай, үҙе яңғыҙ күтәрә, аяҡҡа баҫтыра, кеше итә. Фермала эшләй, һыйыр ҙа һауа, яңы тыуған быҙауҙар ҙа ҡарай. Сөгөлдөр утарға, ашлыҡ елгәрергә, ферманың һарайҙарын һыларға йөрөй, ниндәй эш бар совхоз бүлексәһендә шул эштән ҡалмай эшләй инәйебеҙ. Ауылға ферма йәки мәҙәниәт йортон ремонтларға ситтән килгән төҙөүселәргә лә ашнаҡсы булып яллана. Шул уҡ ваҡытта эре мал, кәзә, һарыҡ, ҡош ҡорт аҫырай. Гөрләтеп баҡса үҫтерә, йәшелсә – емештәрҙең ниндәйен генә үҫтермәй инәйебеҙ. Балаларын да эшкә өйрәтә, егәрле, үткен итеп үҫтерә уларҙы. Һәр береһе мәктәптә уҡып сығып, хәрби хеҙмәттәрен тултырып ҡайтҡас, йә уҡырға кереп, йә эшкә урынлашып был тормошта үҙ урындарын таба барҙылар.
Хәҙерге ваҡытта ла инәйебеҙҙең донъяһы төҙөк, ишек алды, йорт – ҡураһы ялт итеп тора. Әле һаман ауылға гастрольдәр менән килгән артистәрҙе өйөнә саҡырып йоҡлатып, шуларҙы тәрбиәләп, тәмле аштары менән һыйлап, мунсаһына тиклем яғып индереп ебәрә.
Ҡасан ғына килеп инмә, сәйе әҙер, өҫтәле тулы тәмле ризыҡ, күңеле киң, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыр. Һөйләр һүҙеңде иғтибар менән ихлас тыңлар, кәңәштәрен бирер. Ә инде йомош менән керһәң бер ваҡытта ла буш сығармаҫ инәйебеҙ. Оҡшамаған ерең булһа борҡолдатып әрләп ташларға ла күп һорамаҫ. Уратып суратып тора торған ғәҙәте юҡ, тураһынан һалдырып, күҙеңә бәреп әйтер әр, тәнҡит һүҙен. Яҡшы, уңышлы яҡтарыңды күреп, маҡтап, күңелде күтәреп ебәрергә лә, кәрәк ерҙә яҡлап һүҙ әйтергә лә, нахаҡтан, йәберләүҙән араларға ла маһир кеше ул Рәшиҙә инәй.
Бына шул инәйемдең ҡылын тартып ҡарарға булдым әле. Сәйләп тороп яйлап ултырмаҡ булып, күстәнәсемде тотоп килеп индем ишек алдына
инәйҙең. Бында мине тынлыҡ ҡаршы алды, шылт иткән тауыш та юҡ.
Ҙур өйөнөң дә, бәләкәс өйөнөң дә, ут яҡҡысының ишектәре шар асыҡ инәйҙең. Ә ишек алдында берәү ҙә булмай сыҡты бында, мин исемләп ҡысҡырып әбейемде эҙләп йорт – ҡура тирәһен ҡарап сыҡтым. Юҡ был инәй, алыҫҡа китһә бикләмәһә лә ишектәрен исмаһам ябып китер ине, тип уйлап кәртә артына сығам. Күрәм, әбейем ни тиһәң шул ҙур картуф баҡсаһында картуф утап йөрөй..
Мин әбейҙе тапҡаныма ҡыуана, ҡыуана эргәһенә барып, ыңғайына ҡый үләндәрен йолҡоп ырғыта, ырғыта һүҙ башлайым.
“Инәй, һиндә йомошом бар ине, әйҙә эшеңдән аҙыраҡ туҡтап тор, һөйләшеп алайыҡ.” – тинем мин уға. Әбейем ыңғай ғына яуап бирҙе. “Әй килен әлдә килдең әле, сарсап, һыуһап йөрөһәм дә яңғыҙ сәй эскем килмәй туҡтамаҫтан эшләп тик йөрөйөм. Әйҙә ишек алдына барып сәйләп алайыҡ, шунда һөйләрһең хәбәреңде. Мин дә рәхәтләнеп сәй эсермен, аҙ булһа ла ял итермен.”- тип әбейем һәләтләп атлап та китте.
Самауыры һәр ваҡыттағыса ҡайнап ултыра инде ул инәймдең. Итек ҡунысына йәбешкән әбейемдең ҡулынан:”Ҡана инәй үҙем” – тип тартып тигәндәй алам итекте. Самауырының торбаһына эре – эре күмер өҫтәйем дә, шул итек ҡунысы менән борҡотоп өрҙөрөп, сөйҙә элеүле торған сепрәк менән самауырҙың тышын һөрткөләп, йәйгеһен сәй эсә торған сатырының өҫтәленә алып килеп ултыртам да ҡул йыуырға йүгерәм. Инәйем ҡулдарын йыуа һалып тиҙ, тиҙ генә
ризыҡтарын да сығарып өҫтәленә теҙҙе. Икәүләшеп рәхәтләнеп сәй эстергә тотондоҡ , мин һүҙемде нисек башларға белмәй, өндәшмәй генә сәй һемерәм. Һүҙҙе нимәнән башларға инде? Инәйемде үпкәләтеп ҡуймаммы? Ну был бабайҙы, йөкмәтте бит йомоштоң еллеһен!..
Ысынлап та һыуһаған икән инәйем, бер бер артлы әллә нисә кәсә сәй эсә һалып алды. Бер аҙҙан ул минең хәбәрем бар икәнен иҫенә төшөрҙө. “Аһа, аһа килен, хәбәрем бар тей инең бит, нишләп өндәшмәйһең? Партизан шикелле шымып инеп киттең.”- тине ул аптырап. “Аһа, аһа сәй эсәм бит, күрмәйһеңме әллә?”- тип үҙенең һүҙҙәре менән шаяртам мин тәүҙә әбейемде. ”Эй инәкәйем, нимә тип һүҙ башларға ла белмәй ултырам шул баянан бирле.”- тием һуңынан. Ҡайһылай итһәм итәм, йомошомдо бер тынала һөйләп бирәм дә, ҡурҡа, ҡурҡа ғына инәйемә ҡарайым. Илап ебәрерме әбейем, әллә миңә кәсәһе менән тондорормы икән? Эй Аллаһым, әсәйем мәрхүмде һоратып бер бабай килгәндә, әсәйемдең миңә үпкәләп, ҡысҡырып, ҡысҡырып илағаны һаман да күҙ алдымда торғанға, был инәйем нимә ҡылыр икән тип хафаға ҡалдым. Әбейем оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы, мин инде ҡыуылып сығырға әҙерләнеп бөттөм. Ҡапыл Рәшиҙә инәйем ишек алды тултырып яңғыратып көлә башланы. Һис тә быны көтмәгән мин, һиҫкәнеп күҙҙәремде инәйгә төбәйем. Ул рәхәтләнеп көлөп туҡағас, миңә йылы ғына итеп ҡараш ташлап яуап һүҙҙәрен теҙҙе.”Эй килен, килен барыр инем дә ул мин, тик һин был йомошоң менән һуңланың балам” – тине ул миңә. “Нисек һуңланым инәй? Һин икенсе бабайға барырға һүҙ бирҙеңме әллә? Кем ул, яҡшы кешеме? Ҡайһы яҡтыҡы? Беҙҙең олатай бик яҡшы кеше бит инәй. Һин барам тигән бабай шулай уҡ яҡшы кешеме?”- тип һорауҙарымды теҙеп ташланым. Инәйем баяғынан да нығыраҡ көлөп ебәрҙе.
“Туҡта, туҡта килен, исмаһам тын алып яуҙыр һорауҙарыңды. Һин мине аңламаның. Ул олатайығыҙҙың бик шәп, бик егәрле, бик тә күркәм кеше икәнен беләм мин. Тик йәшем үтеберәк киткән бит килен. Шуға ла һуңлап алып килдең был йомошоңдо тием. Саҡ ҡына биш, алты йылдар элегерәк булһа уйлап та тормай барыр инем балам. Ә хәҙер юҡ, юҡ булмай, рәхмәт кешегә һанап килгәнеңә, әммә юҡ. Балаларым ҡарай мине, ныҡ ярҙам итәләр, үҙҙәре әйләнгән һайын ҡайтып йөрөйҙәр. Юҡ килен, нигеҙемде һыуытып, бабай тип йөрөр хәлем юҡ. Мин бабай артынан китһәм балаларым ҡайҙа ҡайтыр? Үпкәләмә лә миңә, бына минең йәшемә етһәң үҙең дә аңларһың әле.”- тине инәйем.
Мин инәйемде ҡосаҡлап алдым:”Үҙең рәнйемә миңә Рәшиҙә инәйем, олатай бик үтенгәнгә килгәйнем. Ҙур рәхмәт сәйеңә, тағы ла ҙурыраҡ рәхмәт инәйем һин үҙең булғанға, һин бит беҙҙең иң яратҡан инәйебеҙ ауылда. Имен генә, һау ғына бул инде. Ярай күрешкәнгә тиклем инәй.” – тинем дә һәләтләп ҡайтып китә һалдым. Мин өҫтөмдән тау төшкәндәй еңел һулап, йүгерә атлай баҫып ҡайтып киттем.
Үҙем юлым уңмай ҡайтып барам, үҙем һантый һымаҡ көлөп, ҡыуанып атлайым. Әлдә әле инәйем риза булманы бабайға барырға. Риза булып китеп барһа бабай менән, балаларына нимә тиер инем шунан мин. Ә йәшәй алмай кире ҡайтһа күҙенә нисек ҡарар инем инәйемдең. Өйөмә ҡайтып еткәнсе мин үҙемдең эшкә ашмаған яусы, димсе икәнемде һәм әбей таба алмаҫымды аңланым. Шуға күрә ауылымдағы башҡа әбейҙәргә барып та тормаҫҡа булдым. Тик нисек бабайымдың аңына еткерергә инде быны? Был бурыстан нисек тә ҡотолорға уйлап олатайҙың килгәнен көтөп йөрөйөм. Ә бабайым юҡ булды, бик оҙаҡ ҡына ваҡыт ул күренмәне...
Мин был тарихты онота ла башлағайным инде, олатайым тағы килеп инде беҙгә. “Килен минең йомошомдо үтәгәндер инде, мине нимә тип ҡыуандырыр икән тип килә ятам.” – тине ул. “Олатай зинһар үпкәләмәгеҙ, мин ысын күңелдән тырышып ҡараным һеҙҙең йомошоғоҙҙо үтәргә, әммә”...- мин һүҙемде һөйләп бөтә алманым. “Аңлашылды, был ауылда ла уңманым инде әтеү мин.” – тине бабайым мине бүлдереп.
Бер генә минутҡа ул миңә бөтөрөнөп, шиңеп киткән кеүек тойолдо.
Ләкин ул үҙен тиҙ генә ҡулға алды. “Ярай килен, юҡтың артынан ҡыума тиҙәр бит,”- ул ярты һүҙендә туҡтап ҡалды, нимәлер уйлай ине шикелле.
Ә мин ҡотолдом тип эстән генә ҡыуанып та бөтмәнем, ул мине аяҡтан йығырлыҡ хәбәр һалды.”Эйе булмағас булмаһын да, килен беҙ былай эшләйек. Әйҙә икәүләп минең менән һинең тыуған яғыңа йөрөп ҡайтайыҡ. Бәлки һинең тыуған
ауылыңда барҙыр берәй әбей, бәлки үҙеңдең туғандарың араһында яңғыҙ инәйең барҙыр.”- тине бабайым. Мин телһеҙ ҡалдым, нимә тип әйтергә лә белмәй инем.
Тыуған яғыма әллә ҡасандан бирле ҡайтҡаным юҡ бит инде минең. Ҡайтҡан саҡта ла тик өйҙә генә, тик атай – әсәй янында ғына була ла кире китә торғайным. Ә инде атайым менән әсәйем гүр эйәһе булғас, бөтөнләй ҡайтҡаным юҡ. Әбейҙәрҙе лә иҫләмәйем бит, шунан һуң әллә нисә йылдар буйы күҙгә, башҡа күренмәй, ҡайтмай йөрө лә ҡайта килеп, инәй әйҙә беҙҙең менән, бына һиңә бабай алып килдем тиемме ни. Ошоларҙың барыһын да бабайыма әйтеп һалам, ипләп кенә был нийәтенән баш тартырға өгөтләйем уны. Әммә мине тыңлаймы һуң ул үҙ һүҙле ҡарт, йәнем дә көймәгәйе... “Юҡ инде килен, хәҙер кире тайпылыу юҡ. Һин мине улайтып не кидай понимаешь. Мин үҙем алып йөрөйөм машинамда һине, бөтә юл сығымдарын үҙ өҫтөмә алам. Имен - һау кире алып ҡайтып ҡуям һине ауылыңа. Һин дауай, дауай килен хәлемә кер минең, аңларға тырыш йәме.”- тип үҙенекен тыҡыны олатайым. Балаларымды ҡалдырыр кешем юҡ тигәнгә, илап ятҡан имсәк балаң юҡ та инде. Ҡыҙҙарың ҙур, донъя ҡалдырырлыҡ булғандар инде. Һыйрҙарым һауылмай торор бит беҙ йөрөп ҡайтҡансы, һыуалҡы тартыр тиүемә, шундай ваҡытта күршеләрең нимә өсөн, әллә нисә күршең бар.
Был сәфәрҙән нисек тә тайпылырға уйлап, индәй генә дәлил килтерһәм дә бабайым яуабын табып, бөтәһен дә юҡҡа сығара барҙы. Иң ахыры мин әптән арып, бабайҙың ҡыҫымына бирештем. “Ярай олатай, минең Йылайыр ауылында бер туған һылыуым (һеңлем) йәшәй. Шул һылыуыма шылтыратып һөйләшәм дә, шунан һеҙгә яуап бирермен. Ул тыуған ауылға ла йыш ҡайтып йөрөй, кешеләрҙе лә белә. Әгәр ҙә яңғыҙ әбейҙәр бар тиһә, беҙҙе менән йөрөргә риза булһа юлға сығырбыҙ Хоҙай ҡушһа. Ә хәзер күҙемдән юғалығыҙ, хатта ныҡ арыным һеҙҙән. Имен аман ҡайтып етегеҙ.”- тип бабайымды ҡыуып тигәндәй ҡайтарып ебәрҙем. Үҙем, ер һөрөп ҡайтҡан кеше һымаҡ, аяҡтарымды саҡ һөйрәп барып урыныма йығылдым. Ну был ҡарттың ныҡымышлығын...
Бер ике көн һылыуыма ла шылтыратманым, был турала кемгәлер һөйләү түгел уйлағым да килмәй ине.
Аҙыраҡ бабайға йәнем көйөүе баҫылғас, Йылайырҙа йәшәгән Мәғәфүрә һылыуыма шылтыратып бөтәһен дә һөйләп бирҙем. Шаңғыратып көлөп туҡтағас, әбейҙәр бар инде ул тип, һылыуым ауылдар буйлап беҙҙе менән йөрөргә риза булды. Тик шәмбе, йәкшәмбе көндәре генә йөрөй алыуын, былай көндәрҙә эштән китә алмауын әйтеп хушлашты. Олатайға хәбәр иттем инде, һылыуым риза, шәмбе көн мине килеп алырһығыҙ ҙа юлланырбыҙ тип. Эй хәйерлегә генә булһын Хоҙайым...
Шулай итеп шәмбе көнө тәүәкәлләп, әбей эҙләп юлға сыҡтыҡ. Бабайым бик күңелле, йор һүҙле, үткер телле, өҫтәүенә йыр һөйгән кеше лә булып сыҡты. Ул юл буйы йә төрлө йырҙар йырлап, йә аллы – гөллө көләмәстәр һөйләп, йә мөнәжәт әйтеп, йә шиғыр уҡып минең күңелемде күрергә тырышты. Әйләнгән һайын миңә рәхмәтен дә әйтергә онотманы. Шундай талантлы олатайыбыҙ бар икәненә аптырап та, һоҡланып та, бер нисә көн алдан уны борҡолдатып, тупаҫ рәүештә ҡыуып ҡайтарғанымды иҫләп оялып та килә торғас, мин юлдың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Хәҙер инде мин был шул тиклем таланттарға эйә булған, үтә шәп, үтә әрһеҙ олатайыбыҙға нисек тә әбей табып биреү теләге менән яна башланым. Йылайырҙа туҡтап, һылыуымда сәй эсеп, уны ла үҙебеҙ менән ултыртып алдыҡ та ары ҡуҙғалдыҡ.
Оставить сообщение: