Башҡортостандың 48 районы һәм 9 ҡалаһында 100-гә яҡын мәке уйыла
14:20 18.01.2026 16+
Башҡортостандың 48 районы һәм 9 ҡалаһында 100-гә яҡын мәке уйыла. Диндарҙарҙы 18 ғинуар киске сәғәт һигеҙҙән 19 ғинуар киске сәғәт һигеҙгә тиклем көтәләр. Һәр һыу инеү урыны баҫҡыстар менән йыһазландырыла, яр буйында сисенеп-кейенеү өсөн йылы палаткалар ҡуйыла. Халыҡ именлеге һағында ҡотҡарыусылар, табиптар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре тора.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова мәкегә сумғанда хәүефһеҙлек саралары тураһында һөйләне.
Республикалағы мәкеләрҙең рәсми исемлеге:
https://02.mchs.gov.ru/deyatelnost/poleznaya-informaciya/svedeniya-o-mestah-kreshchenskih-kupaniy-v-2026-godu
Оставить сообщение: