18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

21 август Белорет районының Сермән ауылында Мырҙағол батыр иҫтәлегенә арналған "Ҡырҡ уҡ" исемле милли

01:49 24.08.2021 16+
йәйәнән уҡ атыу турниры үтте. Был ярыш X этнофорум "Иҙел башы" "Ҡатай йәштәре йыйыны" сиктәрендә ойошторолдо. Мәргәнлектә көс һанарға Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 40-тан ашыу уҡсы килгәйне.

Ярыштың ҡағиҙәләре буйынса ир-егеттәргә 40 метрҙан, ҡатын-ҡыҙҙарға 35 метрҙан 40 уҡ атыр кәрәк ине, ә балалар 20 метрҙан уҡ атып ярыштылар. Иң көслө 8 уҡсы киләһе финал ярыштарына үтә: 1/4 -> 1/2 -> финал.
Беҙҙең "Ирәндек уҡсылары" командаһынан бөтәһе 15 уҡсы сығыш яһаны һәм бик яҡшы ғына һөҙөмтәләргә иреште. Ир-егеттәр араһында бөтә призлы урындар тап беҙҙекеләргә эләкте:
1 урын - Таһиров Хөрмәт;
2 урын - Рахманғолов Ғәфүр;
3 урын - Өмөтбаев Тимур.
Уҡыусы балалар араһында Ғүмәров Ирхан 2 урын яуланы. Сабитов Тамъян 4 урын алды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Латыпова Резеда менән Өмөтбаева Эльвера 1/4 финалға сыҡты, әммә бик көсөргәнешле алышта 1 һәм 2 урын аласаҡ ҡыҙҙарҙы үтергә мәргәнлектәре саҡ ҡына етмәне. Шулай уҡ башҡа уҡсыларыбыҙ ҙа бик лайыҡлы сығыш яһаны. Афарин, "Ирәндек уҡсылары".
Ятып ҡалғансы-атып ҡал!
#Мәргәнуҡсы
#Мырҙағолбатыр #40уҡ #Ҡырҡуҡ #Мырҙағолбатырҡырҡуҡ
#Ҡатаййыйыны #Ҡатаййәштәрейыйыны #Ҡатайырыуы #Серменево #Сермән #Иҙелбашы
В эти выходные, 21 августа прошёл ежегодный открытый турнир по стрельбе из традиционного лука "СОРОК СТРЕЛ "в с. Серменево Белорецкого района. В нем приняли участие лучники с разных районов Республики, в так же из соседних регионов России. Всего приняло участие 67 участников. Организаторами турнира выступили ВПК "ДОБЛЕСТЬ" при МАУ "Молодёжный центр досуга". Хотелось бы выразить огромную благодарность Администрацию Белорецкого района, МОЛОДЁЖЬ БЕЛОРЕЦКА за активную помощь в проведении турнира.

2917

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock