8-10 июнь Күмертау ҡалаһында үткәрелгән "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVII төбәк-ара конкурсында Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге Башҡорт
07:35 11.06.2025 16+
8-10 июнь Күмертау ҡалаһында үткәрелгән "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVII төбәк-ара конкурсында Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһының 4-се класс уҡыусыһы Шәһиязданов Динир (етәксеһе Ҡаһарманова Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы) «Урал батыр» эпосын «Яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында уңышлы сығыш яһап, ғалим һәм тәржемәсе, «Урал батыр» эпосын төркиәт донъяһына таратыусы Ғәйнислам Ибраһимов исемендәге премияға лайыҡ булды. Динирҙы ҡотлайбыҙ! Афарин! Киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ!
«Сәхнәләштереү» номинацияһында ла лайыҡлы сығыш яһаны Яныбай Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһының «Иҙел башы» фольклор коллективы. Ижади төркөмдөң етәксеһе – Ҡаһарманова Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы.
Боронғо эпик ҡомартҡыларҙың береһе, шулай уҡ халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, əҙəби мираҫы булған «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосынан өҙөк сәхнәләштереп, уны мәртәбәле бәйгелә ҙур оҫталыҡ менән башҡарып, районыбыҙҙы лайыҡлы күрһәткән уҡыусыларға, уларҙы әҙерләгән етәкселәргә һәм ата-әсәләргә рәхмәт!
Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына һөйөүҙе, Урал батыр рухын һүрелтмәй, киләсәктә лә дәртләнеп сығыш яһарға яҙһын!
#Уралбатыр2025 #ДеньэпосаУралбатыр
Оставить сообщение: