18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

ҠОҘАЛАР-ҠОҘАСАЛАР БЕЛОРЕТҠА ЙЫЙЫНА

09:51 09.04.2025 16+
ҠОҘАЛАР-ҠОҘАСАЛАР БЕЛОРЕТҠА ЙЫЙЫНА

Салауат театры коллективы «Ҡоҙалар-ҡоҙасалар» (С.Латыпов, Х.Латыпова) музыкаль комедияһы менән Белорет яҡтарына юллана. Ҡуйыусы режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илдар Вәлиев.

14 апрель - Белорет / ГДК
15 апрель - Белорет районы / Инйәр
17 апрель - Белорет районы / Сәрмән

Һәр кем ғәзиз балаһының никахта бәхетле булыуын теләй. Кәләш алмай йөрөгән улдары Булаттың буйҙаҡ тормошона сик ҡуйыр өсөн, ата-әсәһе уны өйләндерергә ҡарар итеп, димсегә мөрәжәғәт итә. Баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған димсе Сара һәр кемгә тиң йәр табып бирә ала. 30-ға етеп барған Булатҡа ул ауылдан әрһеҙ, ҡыйыу, тәүәккәл “ҡарт” ҡыҙ Мадоннаны димләй.

Барыһы ла яҡшы булыр кеүек, тик көтөлмәгән ваҡиғалар барыһын да башынан алып аҙағына тиклем үҙгәртергә мәжбүр итә - туй булмаҫҡа тейеш! Ниңә, ни өсөн? Спектакль геройҙары бергәләп был буталсыҡ хәлдән сығыу юлдарын эҙләй.

Шаяртыуҙарға, йыр-моңға, дәртле бейеүҙәргә ҡоролған спектакль барыһын да әсир итәсәк! Күрмәй ҡалмағыҙ!

Спектакль башҡорт телендә. Текст рус теленә синхрон тәржемә ителә.

Билеттар мәҙәниәт йорттарында һатыуҙа.

Онлайн-билеттар - clck.ru/3HTotF

ПУШКИН КАРТАҺЫ ҒӘМӘЛДӘ

8-937-475-05-40
91

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock