Яҙыусы һәм журналист Факил МЫРҘАҠАЕВҡа – 70 йәш
Уны беҙҙең редакцияла йыш күрергә була: йә яңы әҫәрен, мәҡәләһен килтерә йә «Йәншишмә» гәзитен туған мәктәбе уҡыусыларына яҙҙырып, квитанцияларын уйында ҡатнаштырырға алып килә йә хәл-әхүәл белергә былай ғына инеп сыға. Кем ул, тиһегеҙме? «Йәншишмә»нең яҡын дуҫы, даими авторы, мөхәрририәт ағзаһы, яҙыусы, журналист, тәржемәсе Факил Мырҙаҡаев. Күркәм юбилейын билдәләгән көндәрҙә уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Оставить сообщение: