#МузейноеМероприятиеКДнюМатери
01:10 23.11.2024 16+
В предверии Дня матери, с участием членов общественной организации "Агинэй" (руководитель З.Ш. Каримова) с. Сосновка, семьи Фарзаны и Ришата Хайбуллиных из д. Уткалево, учителей башкирского языка и литературы школы √21 - Заслуженной учительницы башкирского языка и литературы Б. З.Астановой и Г. Р. Сафаргалиной, семиклассников Башкирской гимназии
им. Я. Хамматова, в музейной площадке провели обрядовый праздник "Кис ултырыу" ("Посиделки").
Сара үткән бүлмә боронғо башҡорт өйөнөң бер мөйөшөн хәтерләтә. Ҡорама түшәк ябылған һикелә самауыр, ҡоштабаҡ, батман урын алған. Һике буйына ултырып, беҙҙең ҡунаҡтар - Сосновка ауылынан килгән ағинәйҙәр ҡул эштәре менән булыша.
Земфира Шәйхетдин етәкселегендә ағинәйҙәр балаларға йөн иләү, йөн башалтай бәйләү, ҡул тирмәнендә ҡыҙҙырылған бойҙай тартыуҙы күрһәттеләр һәм эшкә уҡыусыларҙы ла йәлеп иттеләр. Шул арала Баныу Зарим ҡыҙы, уҡыусы ҡыҙҙар менән әҙер талҡан ононан тәмле йомарламдар әҙерләп, балаларға таратып ашатты.
Ә оҫта ҡуллы, сәсән телле инәйҙәр , хәс тә боронғо өләсәйҙәре кеүек, йыр ҙа һуҙҙы, таҡмаҡ әйтеп бейене лә, оҫта итеп шиғыр һөйләне, бишек янында бишек йыры башҡарҙы, ҡомартҡы әйберҙәре менән таныштырҙылар.
З. Ш. Кәримова ағинәйҙәрҙең мхо - ла ҡатнашыусы яугирҙәргә ике йылдан ашыу ваҡытта күпме гуманитар ярҙам ойоштороуҙары тураһында һөйләп, әлеге көндә бәйләгән өс бармаҡ һалдат бейәләйҙәрен күрһәтте һәм патриотик тәрбиә биреүҙең әһәмиәтен аңлатып үтте.
Баныу Зарим ҡыҙы балаларҙы үҙ ҡулдары менән теккән, нағышлаған Тиләү ырыуы милли костюмы һәм яңыса ваҡ һаҡалдары, яңы өйрәнгән һөнәре - көмбәҙҙе нисек эшләүе менән таныштырҙы. Гөлфиә Рәис ҡыҙының "Тыптырҙаҡ" бейеүе кис ултырыуға йәм өҫтәне..Музей хеҙмәткәре Лүзә Илһам ҡыҙы Ғәниеваның әсәйҙәргә арналған йыры күңелдәргә хуш килде.
Уҡыусылар өсөн музей фондынан алынған тормош - көнкүреш кәрәк - ярағын таныу һабағы ла оҡшап ҡалды.
Сара ахырында ҡунаҡтар әсәйҙәргә бағышлап йыр башҡарҙы, ә уҡыусылар иһә, " Мин әсәйемде ни өсөн яратам? " ,тигән һорауға яуап бирҙе.
"Кис ултырыу" йола байрамы ололарҙа ла, уҡыусыларҙа ла йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы..
Музей - это нескучно!
Музейҙа - күңелһеҙ түгел!
Оставить сообщение: