18+
Специальная версия
Рекламный баннер 990x90px top

#рәхмәт102рф #алғапатриот

13:35 06.09.2024 16+


Инйәрҙең 2-се урта мәктәбендә урынлашҡан 1323-сө һайлау участкаһында иртә менән һайлаусылар активлыҡ күрһәтә.

Тәүгеләрҙән булып башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфиә Сәлимйән ҡыҙы Мөхәмәҙиева тауыш бирҙе.

Ғаиләләре менән килгән – Альбина һәм Илфат Мырҙағәлиндәр, Айгөл һәм Илфат Шаһисолтановтар, Анжела һәм Дамир Кәримовтар үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәүгә яуаплы ҡарап, иртәнге сәғәттәрҙә килгән.

Был участкала аквариум бар. Һайлаусы Дамир Наил улы Кәримов балыҡтар өсөн аҙыҡ алып килгән. Әйткәндәй, ул һәр саҡ мәктәп аквариумы өсөн ярҙам итә.

Шуныһы үҙенсәлекле - был участкаға килеүселәрҙе башҡорт милли кейемдәге егет һәм ҡыҙ һүрәте, башҡорт телендә кубиктарҙан теҙелгән “Һайлау” һүҙе сәләмләй. Граждандарҙы участка ағзалары милли стилдә матур итеп биҙәлгән залда сәләмләй.

Һайлауҙа тыныслыҡ, яҡшы кәйеф хөкөм итә.

592

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 468x60px posleobjav
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x250px rightblock