#НашиГостиБИКМ
03:42 09.07.2024 16+
Бынан 50 йыл элек, 1974 йылда Белорет педагогия училищеһын тамамлаған элекке студенттар , хәҙер күпселеге тиҫтәләрсә йылдар балаларға белем биреп хаҡлы ялға сыҡҡан, эшләп йөрөгән ветерандар төркөмө ҡала буйлап ҙур экскурсияла йөрөнө.
Студент йылдары эҙҙәре буйлап "Металлург" кинотеатры, П. В. Точисский скверы, Ленин һәйкәле, "Офоҡ аша атла" паркы, Һыу һурҙырыу башняһы, элекке педучилище бинаһы, үҙҙәре йәшәгән ятаҡта булдылар һәм иҫтәлекле урындарҙың тарихы менән яҡындан таныштылар. Күптәре башняға күтәрелеп, ҡасандыр Әбйәлил, Учалы, Бөрйәндән килгән балаларҙы үҙ ҡуйынына һыйындырған ҡалабыҙҙы 18 метр бейеклектән ҡарау бәхетенә иреште.
Оставить сообщение: